ЕҢЕҮСЕЛӘРҘЕ ҠОТЛАЙБЫҘ!

Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан уҙғарылған видеояҙмалар конкурсын йомғаҡлар мәл дә етте. Конкурстың шарттары буйынса, яҙмаларҙы яһалма интеллект ҡулланып эшләргә кәрәк ине. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә шулай уҡ видеоларҙың дөйөм сюжетлы булыуын да иҫәпкә алдыҡ.Шулай итеп, еңеүселәр:

✨

1 урын — Өфөнән Шамил Хәмитов. Ул «Урал батыр» эпосы буйынса төшөрөләсәк (яҡын киләсәктә, тип ышанабыҙ!) фильмға трейлер эшләгән.

✨

2 урын — Өфө ҡалаһынан Азат Низаметдинов. Башҡортостандың киләсәген яһалма интеллект ярҙамында күҙаллаған.

✨

3 урын — Сибай ҡалаһынан Айгүзәл Торошева. Был ҡатнашыусыбыҙ «Урал батыр» эпосының бер өҙөгөн «йәнләндергән».

✨

3 урын — Учалынан Азалия Ершова. Ул үҙенең яҙмаһын Рәми Ғариповҡа һәм уның үлемһеҙ «Туған тел» шиғырына бағышлаған.Шулай уҡ дәртләндереү приздары менән киләһе ҡатнашыусыларҙы билдәләп үтергә булдыҡ:

⭐

Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылының 1-се һанлы мәктәбенең медиаүҙәге ебәргән яҙма Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған. Етәкселәре — Дилмөхәмәтова Дилара Даян ҡыҙы.

⭐

Вәғиҙә Рауил ҡыҙы исемле ҡатнашыусыбыҙ Салауат Юлаевтың «Тирмәмдә» шиғырын яһалма интеллекттан матур итеп йырлатҡан.

⭐

Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылынан Сәлиә Ҡоломбәтова «Тыуған еремдең теле» йырына клип төшөргән.

⭐

Рәфис Ҡуйбағаровтың эше Мостай Кәримдең ижадына бағышланған.Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бүләктәрегеҙҙе Өфө ҡалаһы, Цюрупы урамы, 17, 6-сы ҡат, 3-сө кабинет адресы буйынса эш көндәрендә (сәғәт 10.00-17.00) арауығында килеп алырға мөмкин.Барлыҡ ҡатнашыусыларыбыҙға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Башҡортостанда «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы эшләй башланы

«Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре” (ч. 2 ст. 16 Закона РФ от 25.10.1991 № 1807-1) һәм “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау” (ч. 2 ст. 8 Закона РФ от 07.02.1992 № 2300-1) ҡанундарының сиктәрендә рус теленән башҡорт теленә квалификациялы тәржемәләр өсөн тәғәйенләнелгән.

Платформа ярҙамында:

  • документтарҙы (бланк, мисәт, штамп, штемпель) һәм урам алтаҡталарын,
  • етештереүсе тураһында (башҡарыусы, һатыусы), эш режимы, тауар, башҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәтте башҡортсаға тәржемә итергә мөмкин.

Заказ биреүсе тәржемә менән электрон-цифрлы ҡултамға ҡуйылған квалификациялы тәржемә тураһында сертификат та ала.

Сертификат

  • тәржемәнең “Баштәржемә” автоматлаштырылған мәғлүмәти системаһының аккредатициялы белгесе тарафынан эшләнеүе һәм тәүтексҡа тап килеүен раҫлай,
  • тәржемәләнгән документ текстарын, алтаҡталарҙы “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре” ҡанунын тормошҡа ашырыуҙа ҡулланыуға яраҡлы булыуын иҫбатлай,
  • “Баштәржемә” тарафынан эшләнгән тәржемәнең терминологик хеҙмәт һәм терминологик комиссиялар тарафынан ҡабул ителеүен күрһәтә.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары, урындағы үҙидаралыҡтар өсөн тәржемә бушлай эшләнелә. Бының өсөн форма буйынса рәсми хат ебәреү мотлаҡ. Коммерция секторы өсөн тәржемәләр түләүле башҡарыла.

Платформаға һылтанма: aispp.ru

Башҡортса китап уҡыу марафоны еңеүселәре бүләкләнде

22 майҙа Өфө ҡалаһында башҡорт телендә китаптар уҡыу марафоны еңеүселәре тәбрикләнде. Ойоштороусылары – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, “Мираҫ” йәштәр башланғыстарын күтәреү фонды. Конкурс-марафон “Башҡортса интернет-серфинг” проекты сиктәрендә Башҡортостан башлығы гранты фонды булышлығында үткәрелде.Марафондың шарттары буйынса, ҡатнашыусылар былтырғы йылдың сентябрь айынан быйылғы йылдың мартына тиклем тәҡдим ителгән исемлектәге китаптарҙы уҡып сығырға һәм социаль селтәрҙәрҙә был хаҡта һөйләргә тейеш ине. Исемлек Башҡортостан Республикаһының З.Вәлиди исемендәге милли китапханаһы төҙөгән “Башҡорт мотлаҡ уҡылырға тейеш йөҙ китап” нигеҙендә төҙөлдө, унда замана әҙиптәренең әҫәрҙәре лә индерелде.Апрель айында икенсе тур башланды. Унда ҡатнашыусылар исемлектәге китаптар буйынса төҙөлгән тест һорауҙарына яуап бирҙе.15 еңеүсе ике тур һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Бына улар:

Лена Фазылова
Гөлсинә Мәхийәнова
Әнүзә Мәжитова
Райхана Булатова
Динара Ғәйнетдинова
Лена Абдрахманова
Гөлсинә Ишбулатова
Рәйлә Дауытова
Алина Әлебаева
Тәнзилә Ҡунафина
Гөлфиә Ғүмәрова
Әлфиә Хәсәнова
Флүрә Сиражева
Ғәлиә Ғүмәрова
Рәғиҙә Истәкова

Еңеүселәрҙең барыһына ла дипломдар, китап формаһындағы исемле кубоктар, башҡорт телендәге өҫтәл уйындары – “Әлләсе” һәм “Зирәк” тапшырылды. Ҡотлау тантанаһын йәш йырсы Сабина Кучаеваның музыкаль күстәнәстәре биҙәне.

“Мин исемлектә тәҡдим ителгән барлыҡ китаптарҙы ла уҡыным, исемлеккә инмәгән әҫәрҙәрҙе лә уҡып өлгөрҙөм. Бүләккә башҡорт телендә өҫтәл уйындары тапшырыуҙарына бик шат булдым, китапханала уйнарбыҙ”, — ти Баймаҡ районы Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова.

Ҡотлау тантанаһы тамамланғас, конкурста ҡатнашыусылар һәм уларҙы ҡотларға килеүселәр командаларға бүленеп “Әлләсе” уйынын уйнаны. Барлығы алты команда ҡатнашты был ярышта. Һөҙөмтәлә, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарының “Ирәндек” командаһы беренселекте яуланы.

В Уфе разместили таблички с QR-кодами на медиапроекты о башкирском языке

В рамках проекта по продвижению башкирского языка и культуры успешно реализована инициатива по созданию и размещению табличек формата А3 с QR-кодами.

Дизайнер проекта разработал современный и привлекательный визуальный контент, учитывающий особенности башкирской письменности и эстетическое восприятие аудитории. Всего было подготовлено и установлено 30 табличек в общественных местах Уфы.

Каждая табличка открывает горожанам и гостям столицы прямой офлайн-доступ к цифровым материалам проекта: видеороликам, медиаплатформам и другим ресурсам. Благодаря QR-кодам удалось объединить физическое пространство города и онлайн-форматы, расширив охват целевой аудитории.

Размещение вызвало живой интерес прохожих, увеличило переходы на медиаплатформы и способствовало вовлечению людей разных возрастов в тему башкирского языка и культуры. Итогом стало повышение узнаваемости проекта, рост интереса к национальной культуре и ее интеграция в городской контекст. Проект реализуется при поддержке Фонда грантов Главы РБ.

25 мая 2025 г.

Где пройдёт форум Асылташ?

Оргкомитет форума съездил в Зилаирский район. Мы посетили место проведения Асылташ, встретились с администрацией района и обсудили вопросы, связанные с площадкой форума.

Хотим выразить благодарность администрации Зилаирского района и лично главе администрации Борису Николаевичу Мелкоедову за сотрудничество и содействие в организации форума. Благодаря вам, Аҫылташ проходит в одном из красивейших мест нашей республики.

Проект реализуется за счет средств Фонда грантов Главы Башкирии при поддержке Фонда грантов Главы РБ.

25 мая 2025 г.

26 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙасаҡ!

Йылдағыса, апрель айында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант була. Барығыҙҙы ла унда дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ.Диктант иртәнге сәғәт 11-ҙә БЮТ каналында тура эфирҙа башланасаҡ. Шул ваҡытта офлайн-майҙансыҡтарҙа ла яҙыу мөмкинлеге бар.Онлайн яҙыусылар 28 апрелгә тиклем диктантты яҙа ала. bashdictant.ru сайтында улар өсөн тура эфирҙың яҙмаһы ҡуйыласаҡ.

Диктантты яҙып бөткәс, эштәрегеҙҙең фотоһын йәки сканын телеграмдағы @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant2024@mail.ru электрон почтаһына ебәрегеҙ.

Башҡортса өҫтәл уйындарының исем туйы үтте

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡортса өҫтәл уйындары — «Әлләсе», «Зирәк», «Бесәй, сәй, айыу, бал, май», «Бишбармаҡ» уйындарының исем туйы үтте. Проект «Хазина», Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмалары тарафынан Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылды.

Проекттың етәксеһе Гүзәлиә Исхаҡова, дизайнеры Эльвира Ғәлимуллина уйындарҙың үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Презентацияла ҡатнашҡан башҡорт ғаиләһе — Биктимеровтар, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Дамир Тайыпов, уҡытыусылар, тәрбиәселәр уйындар тураһында фекерҙәре менән бүлеште. Сарала шулай уҡ Башҡортостан башлығы гранты фонды белгесе Әлиә Әбдрәхимова, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетынан Ләйлә Хөсәйенова ҡатнашты. «Тамыр» балалар телеканалының етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина проект авторҙарына изге теләктәрен еткерҙе.

— Башҡорт телен үҫтереү, популярлаштырыу буйынса идеяларығыҙ булһа, ойошмабыҙға рәхим итегеҙ, беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, — тип белдерҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Йосопова.

Подготовка к Аҫылташ-2025 идет полным ходом

В молодежном пространстве «Йәшлек House» прошло собрание организаторов. Мы обсудили ход подготовки к форуму, программу и поделились свежими идеями.Совсем скоро мы проживем снова и этот форум будет особенным.

Второй год подряд на форуме «Аҫылташ» пройдет грантовый конкурс от Росмолодежь.Гранты, на реализацию проекта можно вы играть до 1 млн. рублей!

️Регистрация на форум продолжается на нашем сайте asyltash-rb.ru Форум Аҫылташ-2025 реализуется на грант Фонда грантов Главы Республики Башкортостан при поддержке Госкомитета Республики Башкортостан по молодежной политике. До встречи на форуме!

28 марта 2025 г.

Иғтибар, конкурс!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Республика халыҡтары телдәре» ҡанунын үтәүҙә «Башҡортостан Республикаһының иң грамоталы муниципаль берәмеге» беренсе республика конкурсын иғлан итә.

Конкурста респуюликаның муниципаль берәмектәре (райондар, ҡалалар) ҡатнаша ала. Конкурстың төп маҡсаты — башҡорт һәм рус телен дәүләт телдәре булараҡ популярлаштырыу, ойошма-предприятиеларҙың, географик объекттарҙың һ.б. алтаҡталарындағы хаталарҙы төҙәтеү.

Конкурсты үткәргән саҡта муниципаль берәмектәр администрацияларының «Рәсәй халыҡтары телдәре» һәм «Башҡортостан халыҡтары телдәре» ҡанундарының үтәлешен ойоштороу буйынса эштәренең сифаты баһаланасаҡ. Шулай уҡ төп критерийҙарҙың береһе — «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» цифрлы ярҙамсыһын t.me/bashnamebot һәм «Баштәржемә» программаһын aispp.ru ҡулланыу. Был программа башҡорт теленән рус теленә, рус теленән башҡортсаға сертификатлы тәржемә яһау мөмкинлеген бирә.