«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының 2-се этабы асыҡ тип иғлан ителә!

2-се тур ҡатнашыусылары өсөн тауыш биреү https://bash.news/konkurs/rami-garipov сайтында 26 август теүәл 15:00 сәғәттә асылды. Тауыш биреү лайктар буйынса бара. Һәр категориялағы ҡатнашыусы өсөн тәүлегенә бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин. Бер тәүлектән һуң һеҙ оҡшаған ҡатнашыусы өсөн йәнә тауыш бирә алаһығыҙ.

Конкурсты ойоштороусылар — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Башҡортостан» дәүләт унитар телерадиотапшырыуҙар компанияһы.

 Конкурс Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Республика Башлығы гранты ярҙамында үткәрелә.

#БСТ#МинеңРәми#МинеңРәми90#БашФонд#ФСГОРБ

«Ҡош юлы» блог-туры. Икенсе миҙгел

«Ҡош юлы» блог-туры. Икенсе миҙгел

2021 йылда Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды «Республика» блог-туры тип исемләнгән проект башлап ебәрҙе. Был проект социаль селтәрҙәрҙә сәхифәләрен актив алып барған ҡулланыусылар менән Башҡортостандың төрлө төбәктәрен барып күреп, шул урындар хаҡында кешегә мәғлүмәт еткереү маҡсатында башҡарылды.

 Блог-турҙың кешеләргә оҡшауын күреп, Йәш яҡташтар берлеге һәм «Ҡош юлы» хәрәкәте менән берлектә 2022 йылда ла проектты дауам итеү ҡаралды. Беренсе сәйәхәт республикабыҙҙың иң матур һыуһаҡлағыстарының береһе Нөгөштә үтә.

 Проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Республика Башлығы гранты ярҙамында үткәрелә. Ҡатнашыусыларҙың яҙмаларын #БлогТурКошЮлы хештегы буйынса ҡарап бара алаһығыҙ.

#Башкортостан#КошЮлы#БлогТурКошЮлы#БашФонд#ФСГОРБ