ИТОГИ МЕЖДУНАРОДНОГО ДИКТАНТА ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

В написании Международного диктанта по башкирскому языку приняли участие все районы и города нашей республики, многие регионы России и разные страны по всему миру. Принимались работы и от соотечественников, проживающих за рубежом.

Всего диктант писали 334 523 человека. Из них на начальном уровне писали 125 179, на уровне свободного общения — 140 019 и на северо-западном диалекте — 69 325 человек. Для сравнения статистка 2021 года: на начальном уровне писали 159 510 человек, на уровне свободного общения — 106 794 и на северо-западном диалекте — 55 478.

“Международный диктант по башкирскому языку из года в год становится все масштабнее, интереснее и сплоченнее. Особо праздничный тон задал участие в акции Главы Республики Радия Хабирова. Приятно, что в этом году была возможность писать диктант сообща, собираясь в офлайн-площадках. По мне, это очень добрая традиция. Лично я третий раз писал диктант на северо-западном диалекте. Очень радует, что в этом году были разработаны специальные языковые нормы и для нашего диалекта. Хочу поблагодарить Всемирный курултай башкир, которые привлекли для этого известных ученых, лингвистов и представителей разных районов, где говорят на северо-западном диалекте башкирского языка, ” – прокомментировал Альберт Исмаил, главный специалист Туймазинского башкирского историко-культурного центра.

Из регионов России были представлены города Москва, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи, Челябинская, Оренбургская, Московская, Саратовская, Самарская, Курганская, Свердловская, Мурманская области, Ханты-Мансийский автономный округ, Ямало-Ненецкий автономный округ, Пермский, Алтайский, Приморский края, Республика Якутия, Татарстан и др.

Были участники из зарубежных стран: Узбекистан, Таджикистан, Испания, Швейцария, Германия, Великобритания, Италия, Франция, Канада, Казахстан, Турция, Польша, США.

Известная певица Зилия Бахтиева писала диктант в прямом эфире Башкирского спутникового телевидения. “Писать диктант в прямом эфире очень интересно и ответственно. Содержание текста заятавляет задуматься, замедляться. Я много лет работаю на сцене и грамматика башкирского языка уже начала забываться. Но такие мероприятия призывают стать более совершенными во всех смыслах ”.

Каждому участнику диктанта-2022 будут направлены электронные сертификаты. Они в течение месяца направляются на электронную почту либо через телеграм-бот.

БАРЫҒЫҘҒА ЛА РӘХМӘТЕБЕҘҘЕ БЕЛДЕРӘБЕҘ!

Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантта ҡатнашҡан һәр кешегә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һөҙөмтәләр биреү әле иртә, сөнки эштәрҙе 24 апрель 23:59 сәғ. тиклем ҡабул итәбеҙ. Бөтә Башҡортостан буйлап 1500 яҡын офлайн-майҙансыҡ эшләп килде.

Барлыҡ һандар менән тиҙҙән таныштырырбыҙ, әлеге ваҡытта ойоштороусылар мәғлүмәт йыйыу менән мәшғүл. Фотоһүрәттәрегеҙҙе #БашДиктант2022#башҡорттелендәдиктант хештегтары менән һалыуығыҙҙы дауам итегеҙ!

Тура эфирҙа яҙып өлгөрә алмағандар өсөн диктанттың рәсми сайтында https://bashdictant.ru/ һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Хештег буйынса фотоһүрәттәр ошо көндәреальбомға һалынып барасаҡ: https://vk.com/album-182678571_284134327

#БашДиктант2022#диктантпобашкирскомуязыку#башҡорттелендәдиктант#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант диктаторҙары һәм оффлайн майҙансыҡтары

Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, 23 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә һәм телеграм каналында диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлайҙар.
— сәғәт 11-ҙән 11:25 сәғәткә тиклем — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
— 11:30 сәғ. алып 12:00 сәғ. тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
— 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.

Төп оффлайн майҙансыҡтар Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ойошторолған. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеген https://bashdictant.ru/ сайтында ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ, сайтта үҙеңдең оффлайн майҙансығыңды теркәү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Теркәлгәндән һуң, улар «Бөтә майҙансыҡтар» бүлегендә сағылыш табасаҡ.

Акцияның диктаторҙары итеп йыл һайын йәмәғәт фекере алдынғылары тәғәйенләнә. Быйыл да был матур йола ситтә ҡалманы.

Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында еңеүсе — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн.
Урал Таһир улы Килсенбаев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн.
Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нурыева, М.Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙегенең баш белгесе — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларҙы акциянан фотоһүрәттәрҙе социаль селтәргә һалырға һәм #БашДиктант2022#башҡорттелендәдиктант хештегтарын ҡуйырға саҡырабыҙ.

#БашДиктант2022#диктантпобашкирскомуязыку#башҡорттелендәдиктант#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар

Милли кейем көнө менән!

Бөгөн, 15 апрель, сәғәт 15:00-тә Йәшлек-хауста «Уфтанма» башҡорт ижади лабораторияһының Милли кейем көнөнә арналған сараһы үтте. Был байрамды республикала 2020 йылдан алып үткәрәләр, ул йылына ике тапҡыр — апрелдә һәм сентябрҙә уҙғарыла.

Сараға баш ҡаланың төрлө университеттарынан төрлө милләт вәкилдәре йыйылды. Байрамды М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Нурзилә Күлгәрина асты. Ул ҡунаҡтарҙы башҡорт ерендә сәләмләп башҡорт бейеүен башҡарҙы. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Очилова Мөслимә тажик телендәге шиғырҙарын һөйләне. Үзбәкстан вәкиле Усманов Мөхәмәтҡадир ҙа туған телдәге шиғырҙар менән сығыш яһаны. Һиндостан вәкиле Неха Сагар милли бейеү бейене.
Сарала шулай уҡ төрлө телдәрҙә йырҙар яңғыраны: Шивани Кумари һәм Шивам дуэты, Һиндостан вәкилдәре, хинди телендә йырланы, Бангладеш ҡунағы Рахман Нафис бенгаль телендә йыр башҡарҙы. Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты магистранты Бердиморатова Молдир ҡаҙаҡ телендә йырланы.
Көньяҡ Һиндостандан Йуватедж Доддегхата Рамеговда каннаданың дравид телендә йырланы. Мысырҙан Садек Такла скрипкала халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерҙе. Сара ҡунаҡтары араһында Тау-Алтай дәүләт университеты студенттары булды.

Милләт-ара байрамдың рәсми өлөшө тамамланғас, сараның тамашасылары һәм ҡунаҡтары үҙ-ара аралаша һәм бер-береһенең милли кейемдәре менән яҡынданыраҡ таныша алды.

Фото Айбулат Аҡбутин: https://vk.com/album-182678571_284003891

#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ — 2022

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ — 2022

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә 23 апрель “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022” акцияһын үткәрәсәк.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән https://bashdictant.ru/ сайтында танышырға мөмкин.

2022 йылдың 23 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға bashdictant2022@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2022 йылдың 24 апреленә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 2022 йылдың 24 апрель 23:59 сәғ. тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә ( https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond ) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә.
Диктант тексы ғалим-филологтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән 3 вариантта әҙерләнәсәк: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

Акция ҡатнашыусыһы булып енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала.
Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

#БашДиктант2022#диктантпобашкирскомуязыку#башҡорттелендәдиктант#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар

УФТАНМА: Милли кейем көнө

УФТАНМА: Милли кейем көнө

Дуҫтар! Ҙур кинәнес менән «УФТАНМА» башҡорт ижадханаһының сираттағы сараһына саҡырабыҙ!
15 апрель Башҡортостанда милли кейем көнө уҙғарыла. Ошо матур байрам айҡанлы «УФТАНМА» ижадханаһында төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашлығында матур кисә үткәрәбеҙ!

 Тамашаға килергә теләүселәрҙе алдан теркәлеү үтергә һорайбыҙ: https://forms.gle/C9ZSVSTbEitdqXXUA

 Сара 15 апрель 15:00 сәғәттә Пушкин урамы, 86-сы йорт адресы буйынса үтә. Барығыҙға ла милли кейем элементтары булған кейемдә килергә тәҡдим итәбеҙ!

#БашФонд#Башкортостан#Уфтанма#нмт#молодежка