Яңы бәхеттәр барығыҙға ла!

Яңы бәхеттәр барығыҙға ла!

#БашФонд#ЯңыЙыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың сайты барлыҡҡа килде

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың сайты барлыҡҡа килде

Һанлы ресурс биттәрендә https://ramigaripov.ru/ башҡорт классигының ижади мираҫын йыйыу күҙаллана. Бында шулай уҡ классиктың тәржемәләре, ҡулъяҙмалары, гәзит мәҡәләләре һәм һүрәттәре, замандаштарының хаттары һәм уның хаҡында иҫтәлектәр урынлаштырыласаҡ.

Халыҡ шағирының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан эшләнгән сайт Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Башҡортостан Башлығы гранты, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, «Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан тормошҡа ашырыла. Сайт өҫтөндә эшләгәндә шағирҙың балалары — Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар туранан-тура ҡатнаша.

Цифрлы ресурс Рәми Ғариповтың ижади мираҫын һәм биографияһын виртуаль һаҡлағысҡа әүереләсәк. Шағирҙың ижадына һәм тормошона арналған ғилми мәҡәләләр һәм китаптар, уның әҫәрҙәрен башҡа телдәргә тәржемә итеү унда үҙ урынын биләй. Ресурс интернет менән ҡулланыусыларҙың киң даирәһе өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип көтөлә. Классиктың ижадын хөрмәт итеүселәрҙән тыш, сайттағы материалдар менән әҙәбиәтсе-ғалимдар, уҡытыусылар, тәржемәселәр һ.б. файҙалана ала.

— Шағирҙың балалары атаһының ҡулъяҙмалары менән архивты ентекле һаҡлауы ҡыуаныслы. Мәғлүмәт эҙләүҙә беҙ шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы архивына мөрәжәғәт иттек, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондтарын өйрәндек. Телевидение һәм радио архивтарында шағирҙың сығышын, уның хаҡында тапшырыуҙар яҙмаларын тыңланыҡ, — тип һөйләй сайттың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова проект өҫтөндә эшләү барышы тураһында.

Рәми Ғариповтың архивынан ҡайһы бер материалдар тәүгә донъя күрәсәк. Улар араһында — Рәми Ғарипов тәржемәһендә Иван Франконың хикәйәләре, улар быға тиклем өлөшләтә генә баҫылған. Сайт материалдары, шул иҫәптән, шағирҙың биографияһына төҙәтмәләр индерәсәк. Мәҫәлән, 1950 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында Рәми Ғариповтың «Ленин» шиғыры ваҡытлы матбуғатта тәүге баҫма була, тип һанайҙар. Биографияны ентекле өйрәнгәс, ресурс авторҙары 1949 йылда авторҙың тәүге баҫмаһын таба. Йәш шағир унда үҙенең осоусы булырға теләүе хаҡында бәйән итә.

Сайтты әле инеп, өйрәнергә мөмкин, әммә биттәрҙе тулыландырыу өҫтөндә эш бөгөнгәсә дауам итә.
— 1977 йылда, әҙип үлгәндән һуң, Башҡортостан Яҙыусылар союзының шағирҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса комиссияһы Рәми Ғарипов тураһында мәғлүмәт йыйыу тураһында иғлан баҫтырып сығара. Улар фотографиялар, телеграммалар, хаттар, открыткалар, ҡулъяҙмалар — дуҫтарында, таныштарында, туғандарында һаҡланырлыҡ бөтә нәмәне ебәреүҙәрен һораған. Был иғлан бөгөн дә актуаль. Синыфташтарының һәм төркөмдәштәренең ғаилә альбомдарында уның менән уртаҡ фотолар булыуы мөмкин. Бәлки, ул кемгәлер үҙенең һүрәттәрен бүләк иткәндер йәки хаттар яҙғандыр. Өҫтәүенә, байтаҡ шағирҙарҙың шиғырҙарҙы тыуған ерендә ҡалдырыу ғәҙәте бар. Мәҫәлән, Шәйехзада Бабичтың ижады бөтә тарихи Башҡортостан буйлап йыйылды, — тип һөйләй Гөлсәсәк Саламатова.

“Сайттың эшләй башлауы — Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереү буйынса дөйөм эшмәкәрлегебеҙҙең башы ғына”, — тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ресурс авторҙары.

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ

«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал»

Бөгөн М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында үткәрелгән тәрбиәселәр өсөн квалификация күтәреү курстарына йомғаҡлау сараһы үтте. Сара «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал» проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Квалификация күтәреү курстарында 120 тәрбиәсе ҡатнашты, ҡатнашыусылар барлыҡ республиканан булыу сәбәпле, уҡытыу онлайн форматта үткәрелде. Уҡыу программаһы 3 өлөштән торҙо: «Педагогтың норматив базаһы» , «Мәктәпкәсә белем биреү технологияһы» һәм «Педагогтың профессиональ компетентлығы». Дәрестәр 8 ноябрҙән 22 ноябргә тиклем барҙы.

Йомғаҡлау сараһында курс ҡатнашыусылары иҫәбенән Мәләүез ҡалаһының 15 һанлы Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Хисмәтуллина Ғәлиә Мәдйәр ҡыҙы сығыш яһаны. Шулай уҡ, Салауат ҡалаһының 50-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Сәйфуллина эш барышында ҡулланған төрлө алымдар менән бүлешеп үтте.

Квалификация күтәреү танытмаһын Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Рәүил ҡыҙы Йосопова тапшырҙы.

«Беҙҙең республикала балалар баҡсаһында башҡорт телен төптән өйрәнгән, уҡыу барышында яңы, ҡыҙыҡлы инструменттар белгән 120 тәрбиәсе барлыҡҡа килде. Бәләкәй балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү өсөн бик ҙур эш атҡарып сыҡтыҡ, тип иҫәпләйем,» — тип һөйләп үтте курстың етәксеһе педагогия фәндәре кандидаты, доцент, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире Таһирова Сәлимә Айбулат ҡыҙы.

🌐 Проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Республика Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ошо сәбәпле уҡыу процессы барлыҡ тәрбиәселәр өсөн дә бушлай булды.

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ

«Минең Рәми» конкурсы йомғаҡтары буйынса Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатов Гран-при яуланы

«Минең Рәми» конкурсы йомғаҡтары буйынса Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатов Гран-при яуланы һәм 100 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде!

Беренсе урынды Мәләүез ҡалаһынан Самир Латипов, Рәми Ғарипов исемендәге Республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Илназ Исхаҡов алды. Ике конкурсант та 70 000 һумлыҡ сертификаттарға эйә булды.

Икенсе урынды Күгәрсен районынан Илүзә Ҡыҙрасова, Мәләүез ҡалаһынан Эльза Үмәрғалина, Илеш районынан Гүзәл Сәҙретдинова һәм Бөрйән районынан Рәғиҙә Истәкова алды. Уларҙың һәр береһенә 50 000 һумға сертификат тапшырылды.

Өсөнсө урынды һәм 30 000 һумлыҡ сертификатты 6 кеше алды: Архангель районынан Нәркәс Ғайсарова, Илеш районынан Даяна Нурисламова, Миәкә районынан Азалина Сәфиуллина, Мәләүез ҡалаһынан Тәнзилә Малабаева, Өфө ҡалаһынан Әҡлимә Билалова һәм Әбйәлил районынан Илгизәр Кудашев.

Ойоштороусылар конкурстың 2-се турына үтмәгән 4 ҡатнашыусыға, конкурстың номинанттарына, 10 000 һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы: Хәйбулла районынан Әминә Билалова, Салауат районынан Рузанна Закирова, Благовар районынан Земфира Хәмиҙуллина һәм Яңауыл районынан Әминә Әхәтова.

Барлыҡ еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

#БашФонд#Башкортостан#БашҡортТелеКөнө#МинеңРәми

«МИНЕҢ РӘМИ» ТӨБӘК-АРА ШИҒРИ БӘЙГЕНЕҢ ФИНАЛЫ

Дуҫтар, 14 декабрь 18:00 сәғәттә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бәйгенең Гала-концерты үтә! Февраль айынан барған был бәйгенең еңеүсеһен ошо сарала билдәләйбеҙ!

Рәми Ғариповтың ижадын һөйөүселәр, рәхим итегеҙ! Инеү — бушлай!

Проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Республика Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#БСТ#МинеңРәми#МинеңРәми90#БашФонд#ФСГОРБ

Проект образовательные выезды «АСЫЛТАШ» завершил обучение спикеров 

Проект образовательные выезды «АСЫЛТАШ» завершил обучение спикеров
 
Одно из важных направлений проекта образовательных выездов — профориентационная работа со школьниками малых территорий. Для такой объемной работы требуется хорошая подготовка специалистов.
2 декабря 2022 года прошло третье обучение 30 специалистов, задействованных в проведении проекта. В рамках обучения мы подготовили специалистов, чтобы они смогли рассказать о высших и средних учебных заведениях Уфы, поделились своим опытом и ответили на вопросы ребят.