Аҙнаны флаг күтәреүҙән башлайбыҙ!

Бөгөн, 1 апрелдә, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында ҡунаҡта булды.

Белем усағында уҡыу аҙнаһы Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт флагтарын күтәреүҙән башланды. Тантаналы линейкала абруйлы ҡунаҡ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Рауил ҡыҙы ҡатнашты. Сарала гимназия директоры Флүр Шаһисолтанов конкурстарҙа һәм «Фәнгә аҙым» ғилми-ғәмәли конференцияһында призлы урындар яулаған гимназистарға грамоталар тапшырҙы.

Линейканан һуң Гөлназ Йосопова 7А класында «Рәсәй — сәләмәт ил» темаһына кластан тыш дәресен ҡараны. Унда сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу тураһында фекер алыштылар. Дәрес барышында Гөлназ Рауил ҡыҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тураһында һөйләне. Ул бөтә уҡыусыларҙы туған телен ҡәҙерләргә һәм яратырға саҡырҙы.