Икенсе этапҡа 87 эш араһынан 11 проект һайлап алынды

24 октябрь башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар өсөн грант конкурсының эксперт комиссияһы ултырышы уҙҙы. Икенсе этапҡа 87 эш араһынан 11 проект һайлап алынды. Уларҙың авторҙары менән бәйләнешкә сығып, проекттарын яҡлауға саҡырырбыҙ.

 II этапҡа үтеүселәр исемлеге:
1. Галлямова Д.М. Музыкально-развлекательная игра “Йыр Алыш”;
2. Дильмухаметова Л.Г. Экосумки с башкирскими поговорками и выражениями;
3. Саньярова Р.Р. Серия раскрасок по гражданско-патриотическому воспитанию детей дошкольного возраста “Батырҙар иле- Башҡортостан” на башкирском, русском, английском языках;
4. Сисанбаев А.Ф. «Вся правда о медведях»;
5. Тагирова А.Г. Выездной театр “Тирмәкәй”;
6. Утябаев И.Р. Звуковой пазл “Әкиәт”;
7. Хайбуллин А.Р. Модернизация мобильного приложения “Салям”;
8. Хайруллина А.Р. Разработка геймифицированного чат-бота Folk Game для изучения башкирского фольклора;
9. Хамматов Ш.З. Видеролики «Телбиҫтәһе»;
10. Шакиров И.А. Наполнение коллекции примеров словоупотреблений башкирского языка;
11. Ягудина Д.С. Уличная акция «Мин беләм».

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

#БашФонд#БашкортТеле

БАШҠОРТ БАТЫРҘАРЫ ТУРАҺЫНДА КВИЗ-УЙЫН

 Уйынға саҡырабыҙ!
2 ноябрь, 19:00 сәғәттә Nesterov Plaza отеленең «Ғафури» конференц-залында башҡорт батырҙарының тормош юлын белеү кимәлен тикшереп ҡарай алаһығыҙ!

Уйында 7 кешенән торған 10 команда ҡатнаша ала. Беҙҙең тарафтан күңелле уйын һәм шәп тәьҫораттар вәғәҙә итәбеҙ!

Теркәлеү өсөн һылтанма: https://forms.gle/c4nmpmZknKq9A3TA9

Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм «УМАЙ» этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма сығыш яһай.

Проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Килегеҙ! Көтөп ҡалабыҙ!

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ#ГрантыРБ

BashkortSoft сайты ваҡытлыса эшләмәй

BashkortSoft сайты https://bashkortsoft.ru/ әлеге ваҡытта эшләмәй!

Сайттың эсендә 2023 йылдың 1 декабренә тиклем техник эштәр күҙҙаллана, был тәржемәсенең артабан да эшләй алыуы өсөн мөһим баҫҡыс. Аңлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

#БашкортСофт #Башкортостан #БашФонд #ФСГОРБ

Грант конкурсына барыһы 121 проект килде

Башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар өсөн грант конкурсының беренсе этабына үткән эштәрҙең исемлеген баҫтырабыҙ.

Киләһе этапҡа ошо 87 эш араһынан баһалама критерийҙары буйынса 15 проект һайланып алынасаҡ. Уларҙың авторҙары эксперт комиссияһы ағзалары алдында үҙ проекттарын яҡлауға саҡырыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурсҡа барыһы 121 проект килде. Улар араһынан 34 эш конкурстан төшөп ҡалды. Конкурс положенияһында ентекле аңлатып яҙылһа ла, күптәр заявкаларын дөрөҫ тултырмаған: Word вариантта, ҡултамғаһыҙ, күптән эшләнеп килгән проекттар ҙа ебәрелгән һәм башҡалар. Ундай проект авторҙарына сәбәбен аңлатып электрон почталары аша яуап яҙылды.

Исемлек: https://vk.com/bash_fond?w=wall-182678571_5701

#БашФонд#Башкортостан

11-15 октябрҙә Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашырға саҡырабыҙ

11-15 октябрҙә Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашырға саҡырабыҙ

11-15 октябрҙә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «УМАЙ» этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма башҡорт теле буйынса олимпиада үткәрә. Был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы һорауҙар менән онлайн-тест формаһында эштәр әҙерләнгән:
1. Башланғыс кимәл — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
2. Ирекле кимәл — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
3. Башҡорт теле диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн диалекттар темаһына һорауҙар.

Олимпиаданың сайты: http://basholimpiada.ru/

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ#ГрантыРБ