Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы дауам итә

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы дауам итә: https://www.gosuslugi.ru/census

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Бөтә мәғлүмәттәр һеҙҙең һүҙҙән яҙыла, бер ниндәй ҙә документ күрһәтергә кәрәкмәй.

#БашФонд#Башкортостан#ВПНБашкортостан#иҫәптәләһандалабулайыҡ#Всероссийскаяпереписьнаселения#ВПН2020

«УФТАНМА» башҡорт ижадханаһы Шиғриәт кисәһе үткәрҙе

Кисә, 20 октябрь, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры базаһында «УФТАНМА» башҡорт ижадханаһы Шиғриәт кисәһе үткәрҙе. Сарала үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар менән Айгөл Йәмилева-Ғәбитова, Нәркәс Ҡәйепҡолова, Динә Солтанова, Әнүзә Ғиззәтуллина, Нурзилә Усманова, Руфина Лоҡманова, Айбулат Сәсәнбаев, Розалия Ибраһимова, Динара Кәримова, Нурия Ғилмуллина сығыш яһанылар.

Шағирҙар менән әңгәмә тоторға кисәгә Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, «Аҡбуҙат» республика балалар журналының баш мөхәррире, журналист, шағирә Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәнис Рәйес улы Алтынбаев, Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар Союзы етәксеһе, прозаик, тәржемәсе, публицист, драматург Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева килделәр.

Шиғриәт кисәһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналды.

#БашФонд#Башкортостан#МустайКарим#УФТАНМА

УФТАНМА! Шиғриәт кисәһе

Дуҫтар! Ҙур кинәнес менән «УФТАНМА» башҡорт ижадханаһының икенсе сараһы — шиғриәт кисәһенә саҡырабыҙ!

Республикала булған пандемия сикләүҙәре арҡаһында, тамашасылар һаны сикле — бары 70 урын.
Теләүселәрҙе алдан теркәлеү үтергә һорайбыҙ: https://forms.gle/C9ZSVSTbEitdqXXUA

📍 Сара 20 октябрь 19:00 сәғәттә Ленин урамы, 62-се йорт адресы буйынса урынлашҡан «Премьера» кафеһында үтәсәк.
Үҙегеҙ менән маска, прививка сертификаты йә COVID-19 менән аҙаҡҡы ярты йылда ауырыным тигән справка алығыҙ!

#БашФонд#Башкортостан#Уфтанма

Республика көнө менән!

Башҡортостан халҡы, Республика көнө менән!

Википедия еткереүенсә, 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. Бына инде 31 йыл дауамында беҙ Республика исемен ғорур йөрөтәбеҙ!
Был көн һәр башҡорттоң оло байрамы!

Дуҫтар, барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлайбыҙ! Күктәребеҙ аяҙ, тыуған илебеҙ тыныс булһын!

#БашФонд#Башкортостан

Блог-тур «Республика». Инзерские зубчатки

Блог-тур «Республика». Инзерские зубчатки

2-3 октября блогеры, певцы, актеры республики объединились под одним проектом Фонда по сохранению и развитию башкирского языка и Республиканской гимназии-интернат им. Газиза Альмухаметова блог-тур «Республика». Блог-тур — это увлекательное туристическое, экскурсионное путешествие для молодых блогеров и лидеров общественного мнения Республики Башкортостан. Команда молодых блогеров путешествуют и рассказывают обо всем, что происходит в реальном времени.

2 октября команда выехала в Белорецкий район. Для последнего из восьми выездов проекта были приглашены такие лидеры общественного мнения, как Рузиля Юлукова, Динис Ялмурзин, Наил Юнусов, Ильнур Иремель, Нияз Мухамадиев, Сатвалова Илюза Явдатовна, Илюза Итикеева, Гульшат Такалова, Азат Мухамедьянов, Фаяз Янтурин, Нурия Гильмуллина и другие.

В рамках проекта участники тура посетили Инзерские Зубчатки. Это горный хребет в междуречье рек Большой Инзер и Тирлян в Белорецком районе Республики Башкортостан. Как пишет сайт «Ураловед», свое название хребет получил по реке Инзер и скалам, которые поднимаются подобно зубцам. Максимальная высота Инзерских Зубчаток достигает 1161 метр. С некоторых точек хорошо видна гора Ямантау (1640 м) – высшая точка Южного Урала. Попасть к ней легально невозможно – вокруг Южно-Уральский заповедник, а в недрах горы военный объект. Остается лишь смотреть издалека. В другой стороне видна куда более доступная гора Иремель. У башкир Ямантау издавна считалась «плохой» горой, а Иремель – «хорошей», священной. Инзерские Зубчатки находятся как бы между ними, словно разделяя добро и зло.

В рамках Блог-тура «Республика» данная поездка была последней. Проект реализуется на средства гранта на сохранение и развитие государственных языков республики и языков народов Башкортостана Фонда содействия гражданскому обществу РБ.

https://vk.com/album-182678571_281543727

#БашФонд#Башкортостан#БлогТурРеспублика#ФСГОРБ