Бишенсе «АҪЫЛТАШ» форумына теркәлеү бара!

Дуҫтар!
Бишенсе «АҪЫЛТАШ» форумына теркәлеү бара!

Форумдың төп маҡсаты – үҫешкә ынтылған маҡсатлы йәштәрҙе берләштереү, уларҙа лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, төрлө йүнәлештә проекттар эшләп, грант яҡлауға тиклем юлдарын өйрәтеү, берҙәм команда туплау, аралашыу һәм осрашыу майҙансығы булдырыу, халҡыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, арттырыу.

Быйыл форум Йылайыр районының “Дуҫлыҡ” балалар лагеры биләмәһендә 21 июлдән 24 июлгә тиклем үтә. Бөтәһе 300 ҡатнашыусы көтөлә, ҡәтғи 18 йәштән!

🌐 Теркәлеү өсөн киләһе һылтанма аша үт: https://clck.ru/qsiMb

#БашФонд#АсылташРб#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар

Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ форумы-2022

2022 йылдың 17 июнендә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ форумы-2022 ойошторола. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ла был сарала үткәсәк туған телдәргә арналған майҙансыҡта сығыш яһай.

👥

 Форумда дәүләт органдары, Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәте институттары, Рәсәйҙең төбәк грант операторҙары, республиканың коммерцияға ҡарамаған секторы, урындағы үҙидара органдары, территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡ, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм әүҙем граждандар ҡатнаша.

Форумда түбәндәге сараларҙың үтеүе күҙаллана:

— гранттар өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре;
— көнүҙәк мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр;
— төбәктә граждандар йәмғиәтен үҫтереү;
— төрлө ойошмаларҙың проекттарын экспресс-ҡарау;
— төрлө ойошмаларҙың иң яҡшы тәжрибәләре күргәҙмәһе һәм башҡалар.

📲 Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ форумында ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә кәрәк: https://форумнкорб.рф/ .

❗Теркәлеү 15 июнгә тиклем дауам итә.

#БашФонд#Башкортостан#ФСГОРБ

УФТАНМА: Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

 1 июнь Арт-квадраттың “Сквер” майҙансығында Милли йәштәр театры актерҙары менән берлектә кескәй дуҫтарыбыҙға әҙерләнгән байрамда “Нух кәмәһе” спектакле ҡуйылды. Ул Антарктидала йәшәгән өс пингвиндың тормошо һәм мажаралары хаҡында бәйән итте.

Спектаклгә тиклем, йыйылған балалар менән Ләйсән Бауырһаҡ апай Мәзитова кескәй генә Һабантуй уйындары үткәрҙе. Барлыҡ тамашасыларға ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Ҡәнәғәт ҡалғанһығыҙҙыр, тигән өмөттә, киләһе осрашыуҙы көтөп ҡалабыҙ!

Фотолар: https://vk.com/album-182678571_284687713

#БашФонд#Башкортостан#Уфтанма#нмт#молодежка