Юлай Ҡасимовтың концертына саҡырабыҙ!

 24 март киске сәғәт 19:00 барығыҙҙы ла «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының яҡын дуҫы, билдәле ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың концертына саҡырабыҙ!

Билеттарҙы киләһе һылтанманан (Пушкин картаһы буйынса ла) алырға була: https://iframeab-pre2638.intickets.ru/seance/13220932

#БашФонд#БашҡортТеле#ЮлайКасимов#уфа#мирас#курай#башкирскийкурай#этно

Ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Күңелдәрегеҙ тыныс, йөҙҙәрегеҙ яҡты, эштәрегеҙ уң, барыр юлдарығыҙ тигеҙ, уйлаған уй-ниәттәрегеҙ изге булhын!

#БашФонд#БашҡортТеле#Башҡортостан

«Теле барҙың – иле бар» тип аталған шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһайбыҙ!

«Теле барҙың – иле бар» тип аталған шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһайбыҙ! Барлыҡ ҡатнашыусылар араһында баһалама ағзалары 3 еңеүсене һайлап алды.

Еңеүселәрҙе бәләкәй генә бүләктәрҙе Өфө ҡалаһы, Цюрупы урамы, 17 йорт (инеү урыны ЦППК), 6 ҡат, 3 кабинеттан март аҙағына тиклем килеп алуығыҙҙы һорайбыҙ. Шулай итеп, конкурстың иң шәп эштәре:

✅ 1-се урын: Әнисә Мәхийәнова-Галина.

Телебеҙ бай -тыуған ер кеүек.

Зарлы булһа ла ул — ярлы түгел,
Иң бай,иң зиннәтле телебеҙ!
Ҡурай моңдарына ҡушылып йырлар
Моң даръяһы туған телебеҙ.

Ҡыу ҡурайҙы йырлы ҡорал итеп,
Моңо менән илде сорнаған,
Сәңгелдәктә ятҡан сағыбыҙҙан
Йырын -көйөн йәнгә ураған.

Шомло түгел,моңло минең телем,
Башҡорт балы кеүек татлы ла,
Ҡанаттарын елпеп әкиәткә
Алып инер Аҡбуҙ атлы ла.

Телебеҙ аша хистәр түгелә лә,
Йырҙар тыуа шиғыр юлынан.
Илен яҡлар илһөйәрҙәр яһай,
Киң күңелле башҡорт улынан.

Зарлы булһа ла ул -ярлы түгел,
Телебеҙ бай -тыуған ер кеүек!
Шуғалыр ҙа,халҡым йәне менән
Туған телдең йәне бер кеүек!

✅ 2-се урын: Нурзилә Ҡасҡынова.

Һин башҡортмо тип һорамағыҙ,
Башҡортлоғом сыҡҡан йөҙөмә.
Күҙҙәремдән, тотошомдан хатта
Милләтемдең һыны күренә.

Мин башҡортмон, туған телем аша
Асам хазинаһын халҡымдың
Ата-бабам мираҫ итеп биргән
Йолаларын, бейеү, йыр-моңон.

Ошо аманатты сайпылдырмай
Тапшырыу бурысы иңемдә.
Киләсәктә беҙҙән ҡалған быуын
Һөйләшһендәр тыуған телендә.

Шунда ғына тере булыр халҡым
Йәшәр уның йыры, иле лә.
Уның өсөн көн дә һөйләш, башҡорт,
Моңло, рухлы туған телеңдә.

✅ 3-сө урын: Фәйрүзә Кинйәбаева
Бай телем

Ҡайҙалыр ҡойо кисәләр,
Мин ҡойонан һыу эсәм.
Ошо күренештең серен,
Дуҫтар, һеҙгә лә сисәм.

Өйҙә сәйнүккә сәй ҡуям,
Баҡырсаға — бесәндә.
Һайғау — түшәм йыуаһым бар,
Сәйгенәмде эсәм дә.

Балҡып тора хәҙер өйөм,
Мин урамдан кереүгә.
Буйлы балаҫ түшәп ҡуйҙым,
Түшәмәнем дирүгә.

Сүлмәктә аш бешеп сыҡты,
Табаҡҡа алайыммы?
Әллә ейәнсураларса
Аяҡҡа алайыммы?

Ижау менән һоҫайыммы
Әллә сүмес менәнме?
Тәгәскә аш бүләйемме
Әллә сеүәтәгәме?

Беҙҙә туҡмасҡа ҡамырҙы
Уҡлау менән йәйәләр.
Баймаҡтарҙа — туҡмастаяҡ,
Ашҡа һалма киҫәләр.

Ҡустым, ултыр ултырғысҡа,
Мыртый, ултыр бүкәнгә.
Картуф боҫрай ҙур туҫтаҡта,
Аш бүлмәйем бүтәнгә.

Һеңлем ҡулъяулыҡтар сигә,
Ә һылыуым — карманай.
Еңгәләрем шал бәйләйҙәр,
Шәл тиеүгә ҡарамай.

Ирҙәр беҙҙә бүрек кейә,
Тупый кейгәндәр ҙә бар.
Кәпәс кейеүселәр бик әҙ,
Шәпкә кейә ҡалғандар.

Күҙҙәрем йомолоп килә —
Бәҫтән таямын инде.
Юрған ябынып ятайым,
Тунды ябынмам инде.

… Төрлө ерҙә төрлө һөйләш,
Телем ниндәй бай бына!
Сит ерҙәрҙә йөрөп ҡайтһам,
Телем танһыҡ бал ғына!

#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки

КВИЗ НА БАШКИРСКОМ ЯЗЫКЕ ПРО БАШКИРСКИХ БАТЫРОВ

20 февраля в 15:00 на базе факультета башкирской филологии, востоковедения и журналистики Уфимского университета науки и технологий прошел Квиз на башкирском языке. Мероприятие было приурочено к Международному дню родного языка, который отмечается 21 февраля.

Организаторами квиза являются Фонд по сохранению и развитию башкирского языка, Ассоциация молодежных землячеств РБ и «Общество краеведов» Республики Башкортостан.

Участников игры поприветствовали директор Фонда по сохранению и развитию башкирского языка Юсупова Гульназ Равиловна и декан факультета башкирской филологии, востоковедения и журналистики Уфимского университета науки и технологий Абдуллина Гульфира Рифовна. Они поздравили игроков с наступающим Днем родных языков, пожелали удачи и победы.

Квиз-игра реализуется за счет средств гранта Главы Республики Башкортостан. Данная игра стала второй  в рамках проекта: первая игра была посвящена жизни и творчеству Рами Гарипова. Сегодняшняя игра состояла из вопросов жизни и деятельности башкирских батыров, таких как Салават Юлаев, генерал Шаймуратов, Алдар Исекеев, Каранай Муратов, Кахым-туря, Шагали Шакман и др. Как сообщают организаторы, планируется проведение еще 4-х игр на темы башкирской культуры, литературы и эпоса Урал батыр. В одной игре смогут участвовать до 15 команд по 10 человек в каждой. Участие – бесплатно.

«Метод игры удачен в изучении любого языка, предмета и всего в целом. Мы проводим квиз-игры в надежде, что участники уйдут с новыми знаниями о своем народе, об истории и языке. Игра ведется на башкирском языке, что помогает развитию разговорного башкирского языка среди студентов и молодежи,» — прокомментировала директор Фонда по сохранению и развитию башкирского языка Гульназ Юсупова.

В перерыве между раундами проводилась презентация сайта о жизни и творчестве Рами Гарипова, реализуемый за счет средств гранта Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда грантов главы Республики Башкортостан, Фонда по сохранению и развитию башкирского языка, Региональной общественной организации «Общество краеведов» Республики Башкортостан и детей Рами Гарипова Гульнары и Азамата Гариповых.

Победителями квиза стали следующие команды: 9 команда «Әлләсе» – 1 место, 2 команда «Ҡауырһын» – 2 место, 16 команда «Йүрүрҙән» – 3 место. Каждая команда получила кубок победителя, а каждый участник – башкирский стикеры в виде наклеек, разработанные специально для этой игры.

В течение февраля и марта организаторами будут организованы еще 4 квиза, за новостями можно сделать в группе https://vk.com/bash_fond .

Өфө университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Федераль олимпиада үтте

Өфө фән һәм технология университетында уҡыусыларҙың туған телдәр һәм Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте (башҡорт теле һәм әҙәбиәте) буйынса Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уңыштар теләне.

Быйыл олимпиаданың һайлап алыу турында 8-11 кластарҙан 514 уҡыусы ҡатнашты. Олимпиада ике этапта үткәрелде. Икенсе этапҡа Башҡортостандың 20 районынан, 7 ҡалаһынан һәм Өфө ҡалаһының 6 лицей һәм гимназияларынан 228 уҡыусы үтте.

Мәктәп уҡыусыларының Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы олимпиадалары исемлегенә индерелгән беренсе һәм әлеге ваҡытта берҙән-бер олимпиада.

#БашФонд#БашҡортТеле#уунит

Дуҫтар! Иҫләйһегеҙме, беҙ Башҡортса стикерпактартар сығарғайныҡ?

Телеграм өсөн:


1. Салауат Юлаев: https://t.me/addstickers/Yulaev_Salavat
2. Яҙыусылар һәм шағирҙар: https://t.me/addstickers/Bashlit
3. Башҡорт әкиәттәре геройҙары: https://t.me/addstickers/Bashskazki

Ә хәҙер уларҙың дауамы сыҡты:
4. Рәми Ғарипов: https://t.me/addstickers/RamiGaripov
5. Шайморатов Генерал: https://telegram.me/addstickers/Shaimuratov
6. Урал батыр эпосы: https://t.me/addstickers/Ural_Batyr

Тиҙҙән улар ватсап өсөн дә сығалар.

Проект Башҡортостан Республикаһының Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#Башкортостан#БашФонд#ГрантыГлавыРБ

РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ ТОРМОШО ҺӘМ ИЖАДЫ ТУРАҺЫНДА КВИЗ-УЙЫН

10 февралдә 18:00 сәғәттә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатында башҡорт телендә Квиз-уйын үтте. Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 12 февралдә үтәсәк тыуған көнөнә арналды.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» сығыш яһай.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла һәм 6 тапҡыр төрлө темаларға уҙғарыла. Әгәр беренсе уйын Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналһа, артабан уйындар башҡорт мәҙәниәте, тарихы, әҙәбиәте һәм Урал батыр эпосы темаларына уҙғарыласаҡ. Бер уйында һәр береһендә 10-шар кешенән торған 15-кә яҡын команда ҡатнаша ала. Уйында ҡатнашыу — бушлай.

«Саранан ҡатнашыусылар яңы белем менән ҡайтып китәсәк: һәр раундтан һуң, барлығы өсәү, беҙ ҡатнашыусыларға дөрөҫ яуаптарҙы бирәбеҙ. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: уйын тулыһынса башҡорт телендә үткәрелә — был халыҡ араһында башҡортса һөйләшеү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә», — тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.

Раундтар араһында тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың балалары Гөлнара һәм Азамат Ғариповтарҙың ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.

Һөҙөмтәлә түбәндәге командалар еңеүсе тип табылды: 4-се команда — 1-се урын, 1-се команда — 2-се урын, 8-се команда — 3-сө урын. Был командалар еңеүсе кубогын алды, ә һәр ҡатнашыусы — махсус рәүештә ошо уйын өсөн әҙерләнгән йәбештергес башҡорт стикерҙары менән бүләкләнде.

Февраль һәм март айҙарында тағы ла 5 квиз ойоштороласаҡ, яңылыҡтарҙы беҙҙең төркөмдә ҡарап барырға мөмкин .

Фотолар Динис Ялмурзинhttps://vk.com/album-182678571_291510415

#БашФонд#амзрб#БашҡортТеле#фсгорб#грантырб

Башҡорт йәнһүрәте яңы киңлектәр яулай!

Башҡорт йәнһүрәте яңы киңлектәр яулай! «Төньяҡ амурҙары» анимацион фильмы проектына 100-ҙән ашыу рәссам, актер һәм музыкант йәлеп ителгән. Ошо хаҡта тулыраҡ 

#Башкортостан#БашФонд