Һөйләмдәр тикшереп, ҡиммәтле бүләктәр оттолар!

Башҡорт теленең һүҙ ҡулланышы миҫалдарын тулыландырыу проекты сиктәрендә уҙғарылған конкурстың еңеүселәре билдәләнде. Әүҙем ҡатнашыусыларҙың һәр береһе 70 000, 60 000 һәм 50 000 тирәһе һөйләмдәр тикшергән. Бөгөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһында уларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Еңеүселәргә Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды: I урынға – ноутбук; II, III һәм IV урындарға – смартфондар, V урынға — цифрлы фото рамаһы.

Еңеүселәрҙең исемлеге:

I урын: Ғүмәрова Гүзәл Таһир ҡыҙы, Өфө ҡалаһы, УФИЦ РАН-дың кесе ғилми хеҙмәткәре, ете бала әсәһе.
II урын: Яныбаева Әлиә Гәрәй ҡыҙы, Учалы районы Миндәк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
III урын: Ғиззәтуллина Гөлсирә Мирза ҡыҙы, яҙыусы, журналист, тәржемәсе.
IV урын: Байымова Гөлдәр Надир ҡыҙы, Өфө ҡалаһы 45-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
V урын: Усманова (Баязитова) Нурзилә Ильяс ҡыҙы, Бөрйән районы, Килдеғол ауылы, «Ғаилә» үҙәгендә социаль эштәр буйынса белгес.

Бәйге телеграмда — @bashkort_translate_bot чатында 2023 йылдың ноябренән 2024 йылдың февраль аҙағына тиклем ойошторолдо. Төп шарт — башҡортсанан руссаға тәржемә ителгән һөйләмдәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү ине. Улар башҡорт һәм рус яҙыусыларының әҫәрҙәренән, федераль мәктәп дәреслектәре һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынды. Һөҙөмтәлә Башҡорт теленең һүҙ ҡулланышы миҫалдары коллекцияһы 1,1 млн ике телле пар һөйләмдәр менән тулыландырылды.

Проект Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының грант иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла. Уның авторы философия фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының философия һәм культурология кафедраһы доценты Искәндәр Шакиров.

Йыйылған һәм тикшерелгән башҡорт теленең һүҙ ҡулланылышы миҫалдары башҡорт теленең әлеге көндә иң ҙур электрон һүҙлегенә (https://ru.glosbe.com/ba/ru) өҫтәлгән. Киләсәктә уларҙы башҡорт телен цифрлаштырыуға йүнәлтелгән башҡа проекттарҙа ла ҡулланыу мөмкинлеге бар. Һис шикһеҙ, был проект башҡорт телен донъялағы иң һанлаштырылған телдәр кимәленә сығара ала, — ти уның авторы Искәндәр Шакиров.