«Минең Рәми» конкурсының беренсе турына 800-ҙән ашыу эш ҡабул иттек

Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар! Икенсе турға үтеүселәр билдәле!

«Минең Рәми» конкурсының беренсе турына 800-ҙән ашыу эш ҡабул иттек. Баһалама ағзаларына эш итеү еңелдән тура килмәне, сөнки икенсе турға бары тик 30 кеше һайлап алыу мөһим, ә уларҙың икеһе — халыҡ тауыш биреүе буйынса.
Ошо конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

🌐 Беренсе тур эштәрен баһалаусылар менән таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ:
1. Хөснетдинова Рәмилә Йәнсәфовна, филология фәндәре кандидаты, шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы доценты.
2. Әбделмәнова Әлфиә Вәкиловна, Башҡортостан республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры.
3. Нурғәлин Нәғим , Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы.
4. Исхакова Гузалия Ишморатовна, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе.
5. Рысҡужина Рәзилә Ишбулдовна, яҙыусы, журналист.
6. Бүләков Фәнил Нилович, яҙыусы, журналист, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы» муниципаль мәғариф учреждениеһы директоры.
7. Ҡотоева Гөлназ Миратовна, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, шағирәһе, филологы, журналист.
8. Ҡәипова Лилиә Зәйнулловна, шағирә, драматург, журналист.
9. Хәлфетдинова Гөлнара Нәжиповна, шағирә, журналист, «Ағиҙел» журналы редакцияһының бүлек мөхәррире.
10. Ғәбитова Айгөл Илгизовна, шағирә, “Аҡбуҙат” балалар журналының бүлек мөхәррире.

❗ Ә хәҙер, баһалама ағзалары билдәләре буйынса икенсе турға үтеүселәр исемлеген һалабыҙ.

БАЛАЛАР АРАҺЫНДА:

1 Исхаҡов Илназ
2 Нурисламова Даяна
3 Исламғолова Рузанна
4 Латыпов Самир
5 Йыһаншин Данияр
6 Ҡыҙрасова Илүза
7 Ғайсарова Нәркәс
8 Горбунов Артем
9 Минеғолов Ҡаранай
10 Сәлимов Родион
11 Зәкирова Рузанна
12 Рафиҡов Илнар
13 Билалова Әминә
14 Сәфиуллина Азалина

ОЛОЛАР АРАҺЫНДА:

1 Иҙрисова Гөлнара
2 Сәҙретдинова Гүзәл
3 Истәҡова Рәғиҙә
4 Хәкимова Ләйсән
5 Әхәтова Әминә
6 Ҡудашев Илгизәр
7 Сынбулатов Тимур
8 Баһаутдинова Гөлгөнә
9 Билалова Әҡлимә
10 Кинйәбаева Земфира
11 Рәхмәтова Рәйфә
12 Сәхәпова Нәзирә
13 Мусина Елена
14 Хәмидуллина Земфира

📍 Икенсе турға үтеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Ошо минуттан улар халыҡ тауыш биреүенән төшөп ҡалалар. Тауыш биреү туҡтағас, өҫтә һаналған 28 кеше ярышта иҫәпкә алынмаясаҡ.
Тағы ла ике ҡатнашыусыны иртәгә, 30-сы май, һеҙ билдәләйһегеҙ.

#БашФонд#МинеңРәми90#РәмиҒарипов

МИНЕҢ РӘМИ — 90 конкурсы

Хөрмәтле дуҫтар!

МИНЕҢ РӘМИ — 90 конкурсы төркөмөндә баһалама ағзалары тарафынан экспертиза үткән эштәргә тауыш биреү башланды.

Баһалама ағзалары икенсе турға үткән кешеләрҙең исемлеген биргәндән һуң, үтеүселәр тауыш биреүҙә ҡатнашыуын туҡтата. Икенсе тур ҡатнашыусылары рәтенә инмәгән кешеләрҙең иң куп тауыш йыйғандарына конкурсты дауам итеү мөмкинселеге бирелә.

Барлыҡ видеолар араһында ололар һәм балалар рәтенән иң күп тауыш йыйған берәр кеше һайланасаҡ.

Тауыш биреү 30 майға тиклем дауам итә.

#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар

Bashkortsoft сайтында техник эштәр бара

Дуҫтар! Bashkortsoft сайтында техник эштәр бара

Кисә, бөгөн Bashkortsoft https://bashkortsoft.ru/ башҡортсанан русса, руссанан башҡортсаға ҙур күләмле текстар тәржемә үтеү сайтында техник эштәр бара. Шул сәбәпле сайтҡа инеү, тәржемә итеү мөмкин түгел.

 Ҡаршылыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ!

#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар