БАШҠОРТ ТЕЛЕ: ЯҢЫ ҠАРАШ

БАШҠОРТ ТЕЛЕ: ЯҢЫ ҠАРАШ

20 июнь сәғәт 18:00-ла «Торатау» конгресс-холында «Башҡорт теленә яңы ҡараш» тип аталған башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттар презентацияһы уҙа. Оффлайн форматта сарала йәмәғәт фекере алдынғылары һәм проекттар авторҙары катнаша, онлайн форматта теләгән һәр кеше БСТ каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирға ҡушыла ала.

Сара сиктәрендә «Республика» блог-туры, «Балалар» видеокитаптары, Башҡорт телен цифрлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы презентациялау буласаҡ.

Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора. Махсус ҡунаҡ — йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов.
_______________________________________________________

БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК: НОВЫЙ ВЗГЛЯД

20 июня в 18:00 ч. в Конгресс-холле «Торатау» пройдет мероприятие «Новый взгляд на башкирский язык», в рамках которого будут представлены презентации проектов по популяризации башкирского языка. Мероприятие пройдет в оффлайн и онлайн форматах: непосредственное участие примут авторы и разработчики проектов, лидеры общественного мнения, а для широкой аудитории будет организована прямая трансляция в эфире телеканала БСТ и в социальных сетях.

В ходе мероприятия участникам расскажут о Блог-туре «Республика», анимационные видео-книги «БАЛАЛАР», Цифровизация башкирского языка и мн. др.

Организатором мероприятия является Фонд по сохранению и развитию башкирского языка. Специальный гость – молодой кураист Юлай Касимов.

#БашФонд#ЯңыҠараш2021

Беренсе + төбәк-ара балалар проекты

2 июнь Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында «Беренсе + төбәк-ара балалар проекты” үҙ эшен башланы. Рәсәйҙең 9 төбәгенән 180 ашыу уҡыусы аҙна дауамында ял итәсәк, туған телдә аралашасаҡ, төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа үҙ көсөн һынаясаҡ, экскурсияларға сығасаҡ.
Республика башлығының туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына уҙған “Беренсе + төбәк-ара балалар проекты”ның төп маҡсаты мәҙәниәткә, телгә, халҡыбыҙ тарихына һөйөү тәрбиәләү.

Был сара сиктәрендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан булдырылған проектар буйынса мастер-кластар үтәсәк. Бөгөн Фонд хеҙмәткәрҙәре ҡатнашыусыларҙы башҡорт телен өйрәнеү өсөн булдырылған мобиль ҡушымталар менән таныштырҙылар. Шулай уҡ, балалар үҙҙәре күрергә теләгән ҡушымталар буйынса тәҡдимдәрен индерҙеләр.

#БашФонд#БашҡортТеле#Өфө

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Бөгөн, 1 июнь, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә И. Яҡутов паркында VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрендә «Һаумы, hаумы, әкиәт!» регион-ара конкурсының ябылыу тантанаһы үтте.

Сарала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды махсус бүләктәрен Азалия Нурфәизова, Рәйлә Ишәрина, Самир Латыпов, Ғәлиә Лоҡманова, Иҙел Юлғотлин, Сабина Ғибәҙуллина, Усман Теләүғолов, Булат Хәлитов һәм Зинира Ильясоваға тапшырҙы.

Бүләкләү тантанаһынан тыш, Фонд хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар һәм ярыштар үткәрҙе. Ҡатнашҡан һәр бала кескәй генә бүләк алып ҡыуанды.

#БашФонд#БашҡортТеле#Өфө