«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материалдар әҙерләп баҫтырыу бара»

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының һәм Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал» проекты сиктәрендә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материалдар (әкиәттәр менән сағыу китаптар, кубиктар, пазлдар) әҙерләп баҫтырыу бара. Әлеге ваҡытта кубиктар һәм пазлдар эшкәртеү өҫтөндә эш бара.

Дидактик материалдың авторҙары — Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, Галина Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы, Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы.

🌐 Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ