«Торатау» Конгресс-холында Башҡорт теле көнө байрамы үтте!

Бөгөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Торатау» Конгресс-холында Башҡорт теле көнөнә арнап, шулай уҡ Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлап, тантаналы осрашыу ойошторҙо.
Ҡунаҡтарға башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙың презентацияһы күрһәтелде. Грант конкурсы еңеүселәре үҙҙәренең эштәре тураһында һөйләне һәм тантаналы рәүештә ҡулдарына грант сертификаттарын алды. Шулай уҡ Айгиз Ҡунафин «Тикшереү» сайты һәм «Һомай» колонкаһы тураһында һөйләп үтте. Башҡортса һөйләшеүсе берҙән-бер һәм тәүге «аҡыллы» колонка байрамға йыйылыусыларҙы Башҡорт теле көнө менән ҡотлап үтте. Фәнзилә Ғәзизова Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының проекттары менән таныштырҙы.

 Сара сиктәрендә республиканың район-ҡала Ҡоролтайҙары вәкилдәре өсөн башҡорт теленә арналған башҡортса квиз уҙғарылды. Уйында иң күп мәрәй йыйып, еңеү яулаусылар:
I урын — «Ете ырыу» командаһы;
II урын — «Рух көмбәҙе» командаһы;
III урын — «Етегән», «Юрматы-ҡыпсаҡ» һәм «Етеҙҙәр» командалары.
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Башҡа майҙансыҡтарҙа төрлө темаларға арналған түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Шулай уҡ сара сиктәрендә республика тарихында тәүге тапҡыр мәҙәниәт, гуманитар фән һәм мәғариф өлкәләрен үҫтереүгә тос өлөш индергән төрлө милләт вәкилдәренә Ҡоролтай тарафынан булдырылған Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы бирелде.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосоповаға Рәхмәт хаты тапшырҙы.

#БашФонд#Башкортостан#БашҡортТелеКөнө