Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлабыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды коллективы исеменән һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлабыҙ! 2022 йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын. Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен!

Яңы – 2022 йылды иртәнге көнгә ышаныс, өмөт менән ҡаршылайыҡ. Яңы йыл менән!

#БашФонд#Башкортостан

Минең әкиәт» конкурсында еңеүселәр исемлеге

 Балалар араһында:

| урын

Фәхриев Эмиль – Уҡыһаң һин нәсихәт, булырһың һин мәслихәт.
Ниғмәтуллин Алмаз – Бесәй балаһы Мыяубай менән Сысҡан.
Илдар Дауытов – Тыңлауһыҙ ҡуян балаһы.

|| урын

Масальский Лев – Саған япрағы”.
Латыпов Самир – Башҡорт иле.
Дәүләткилдин Хәлит – Ни эшләп арыҫлан менән сысҡан дуҫ түгел?
Нурмөхәмәтов Инсаф – Шәп батыр. Иң көслө батыр.
Хөсәйенов Азат – Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
Ҡунафина Сулпан – Шыршы. Атҡа атланған айыу. Атайыма һөйләгән әкиәттәр.

||| урын

Әкрәмов Айҙар – Ысын дуҫтар һынатмай.
Сафина Наҙгөл – Гөбөргәйел ни өсөн әкрен йөрөй?
Ғифранов Арыҫлан – Өс төҫтәге көсөктәр.
Егорова Ника – Рәссам.
Нафиков Ильяс – Урман бабай.
Ғәйнизаманов Тимур – Бөртөкбай.
Баһаува Зарифа – Өс таған.
Сөнәғәтова Элина – Бәпембә ниңә һары төҫтә?
Хәйбуллин Тимур – Батыр менән телефон.
Кремлякова Екатерина – Сысҡан Пик һәм Скрипочка.
Мустаева Милена – Бесәй менән Ирләндең дуҫлығы.

🌐 Ололар араһында:

| урын

Ноғоманова Гөлсиә Мәүлетҡол ҡыҙы — Батыр еге һәм бал ҡорттары.
Аҡманова Нәилә Әхмәҙулла ҡыҙы — КӘЗӘ «ТИРЕҺЕ.
Урмантаева Гөлсәсәк Бикйән ҡыҙы — Һунарсы.

|| урын

Бикбулатова Таңсулпан Нуриман ҡыҙы — Ер, Ҡояш.
Малабаева Нәсимә Зиннур ҡыҙы — Эшле кеше- бәхетле кеше.
Килсенбаева Резида Зиннур ҡыҙы — Бөгөнгө көн әкиәт.
Зәйнишева Лениза Зәки ҡыҙы — Ҡышҡы урманға сәйәхәт.
Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы — АҠБУЛАТ БАТЫР.
Ҡолмөхәмәтова Гөлсәсәк Ҡорбанғәле ҡыҙы — Тылсымлы алмағас.

||| урын

Мәжитова Ләйсән Мәргән ҡыҙы -Замана әкиәте.
Бикбова Светлана Рәшит ҡыҙы — Юл билдәләре бәхәсе.
Кәримова Гүзәлиә Нил ҡыҙы — Ут.
Ямантаева Миләүшә Сәғит ҡыҙы — Эт менән бесәй.
Мөхәмәтшина Резеда Салауат ҡыҙы — Сипылдаҡ менән Бытбылдаҡ.
Аллағолова Розалия — Бәпембә.
Йосопова Динә — Ынйыкай.

✨ Еңеүселәрҙең барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ!

#БашФонд#Башкортостан#БашҡортТелеКөнө

14 декабрь, башҡорт теле көнө!

Башҡорт телен үҫтереүгә арналған проекттарҙы презентациялау үтеп тә китте!

Бөгөн, 14 декабрь, Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указына ярашлы Башҡорт теле көнө үткәрелде. Ошо матур байрам айҡанлы Арт-квадраттың «ЛОФТ» ивент-холында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектар презентацияһы үтте.

Презентацияла бер нисә яңы проекттар күрһәтелде. «Башҡортсофт» онлайн тәржемәсеһе (https://bashkortsoft.ru/) көндән-көн модернизациялана, шул яңылыҡтар тураһында техник фәндәр кандидаты Хөсәйенов Айҙар Фаил улы һөйләп үтте.
Икенсе проект — Glosbe (https://glosbe.com/) — универсаль күп телле кроссплатформа онлайн-һүҙлек һәм тәржемәсе. «Башҡорт теле Glosbe һүҙлегендә» проектының үҙенсәлектәре менән йәмғиәтсе, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының документтарҙы цифрлау бүлеге мөдире Искәндәр Алик улы Шәкиров таныштырҙы. Артабан Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе Гөлфирә Рәис ҡыҙы Миңлеәхмәтова “Интерактив башҡорт теле – 2” веб-ресурсы, унда тупланған онлайн дәрестәр, интерактив күнегеүҙәр менән таныштырып, улар менән эшләү үҙенсәлеге хаҡында һөйләп үтте. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. «Башҡорт булып уйнау» — киләһе үҙенсәлекле проектты Мәскәү ҡалаһында йәшәгән милләттәшебеҙ Күсәрбаева Әлфиә Самат ҡыҙы тормошҡа ашыра. Был проект башҡорт мәҙәниәтенә, көнкүрешенә бәйләп эшләнгән өҫтәл уйыны. Балалар өсөн дә, ололар өсөн дә, башҡорт булғандар һәм башҡорт булмағандар өсөн дә шәп уйын, тип иҫбатлай автор.

🌐 Сараны үҙенең матур сығыштары менән йырсы Сабина Кучаева, Гәлсәр Байғусҡарова, ҡурайсы Юлай Ҡасимов һәм скрипачка Резана Вәлиева йәмләне. Ә сара сиктәрендә бүләкләнгән «Минең әкиәт» конкурсы еңеүселәренең исемлеген иртәгә беҙҙең сәхифәлә көтөгөҙ.

Сараны ойоштороусылар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Фотолар: https://vk.com/album-182678571_282331850

#БашФонд#Башкортостан#БашҡортТелеКөнө

14 декабрь — Башҡорт теле көнө

14 декабрь — Башҡорт теле көнө

14 декабрь Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указына ярашлы, Башҡорт теле көнө үткәрелә.

Был көндө Арт-квадраттың «ЛОФТ» ивент-холында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектар презентацияһы уҙа. Сараны ойоштороусылар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан республикаһының Мәғәриф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто. Презентацияла «Интерактив башҡорт теле», «Башҡортсофт», «Глосбе», «Башҡорт булып уйнау» һәм башҡа проекттар күрһәтеләсәк. Проекттар араһында Сабина Кучаева, Гәлсәр Байғусҡарова, Юлай Ҡасимов һәм Резана Вәлиева сығыш яһайҙар. Сара сиктәрендә «Минең әкиәт» һәм википедистарҙың «Беҙ — башҡорттар» конкурстарында еңеүселәрҙе бүләкләү уҙасаҡ.

Барлыҡ теләүселәрҙе 14 декабрь сәғәт 16:00-дә Арт-квадраттың «Лофт» залында көтәбеҙ! Теркәлеү өсөн һылтанма: https://forms.gle/FFVxkgKEeJubW9zg6

Сараға инеү өсөн QR-код мотлаҡ!

______________________________________________
14 декабря — День башкирского языка

14 декабря по указу Главы Республики Башкортостан объявлен “Днем башкирского языка”. В этот день по всей республике пройдут ряд мероприятий по популяризации, сохранению и развитию башкирского языка.

В этот день запланировано проведение презентации проектов, популяризирующих башкирский язык. Организаторами данного мероприятия выступают Фонд по сохранению и развитию башкирского языка, Министерство образования и науки РБ и Дом дружбы народов. В рамках проекта представят такие проекты, как «Интерактивный башкирский», «Башкортсофт», «Глосбе», «Игра в башкира» и др.
Приглашенными артистами выступят певицы Сабина Кучаева и Гальсар Байгускарова, скрипачка Резана Валеева и кураист Юлай Касимов. Во время мероприятия пройдет награждение победителей конкурса википедистов «Беҙ — башҡорттар» и межрегионального конкурса сказок собственного сочинения «Минең әкиәт».

Мероприятие пройдет 14 декабря по адресу г.Уфа, ул. Чернышевского, 88. Начало в 16.00 ч.. Приглашаем всех желающих посетить мероприятие пройти по ссылке и зарегистрироваться: https://forms.gle/FFVxkgKEeJubW9zg6 .
QR-код обязателен!

Фонд по сохранению и развитию башкирского языка призывает каждого жителя здороваться в этот день на башкирском языке и посетить мероприятия, направленные на сохранение и развитие второго государственного языка республики.

#БашФонд#Башкортостан#БашҡортТелеКөнө

ФТАНМА: БЕЗ БАШҠОРТЛАР

УФТАНМА: БЕЗ БАШҠОРТЛАР!

Дуҫтар! Ҙур кинәнес менән «УФТАНМА» башҡорт ижадханаһының дүртенсе сараһы — башҡорт теленең төрлө диалектарында башҡарыусы рок-музыканттар осрашыуына саҡырабыҙ!
Сараның хедлайнеры — «Хаят-Исмәғил» төркөмө.

Республикала булған пандемия сикләүҙәре арҡаһында, тамашасылар һаны сикле.
Теләүселәрҙе алдан теркәлеү үтергә һорайбыҙ: https://forms.gle/C9ZSVSTbEitdqXXUA

📍 Сара 7 декабрь 19:00 сәғәттә Ленин урамы, 62-се йорт адресы буйынса урынлашҡан «Премьера» кафеһында үтәсәк.
Үҙегеҙ менән маска, прививка сертификаты йә COVID-19 менән аҙаҡҡы ярты йылда ауырыным тигән справка алығыҙ!

#БашФонд#Башкортостан#Уфтанма

Конкурс на лучший социальный видеоролик об изучении башкирского языка

Министерством образования и науки Республики Башкортостан совместно с ГАУ ДПО Институт развития образования Республики Башкортостан с 22 ноября по 14 декабря 2021 года проводится конкурс на лучший социальный видеоролик об изучении башкирского языка среди образовательных организаций в рамках культурно-просветительских мероприятий, посвященных Дню башкирского языка в 2021 году.

❗В конкурсе могут принять участие абсолютно все образовательные организации из Республики Башкортостан и регионов Российской Федерации.

✅ Видеоролики на конкурс принимаются от образовательных организаций на электронную почту konkurs.video@inbox.ru до 8 декабря 2021 года. Также необходимо опубликовать видеоролик в социальных сетях (Вконтакте, Одноклассники, Инстаграм, ТИК-ТОК) под хештегами #легкийбашкирский и #конкурсвидеороликов до 13 декабря 2021 года.

🏆 Победители и призеры будут награждены дипломами и памятными призами. Лучшие работы участников конкурса будут опубликованы в официальной странице Ресурсного центра по национальному образованию ГАУ ДПО Институт развития образования Республики Башкортостан по ссылке.

Итоги конкурса будут объявлены на официальном сайте Министерства образования и науки Республики Башкортостан, ГАУ ДПО Институт развития образования Республики Башкортостан и социальных сетях 14 декабря 2021 года.