Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн яңы мөмкинлек

Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн яңы мөмкинлек

“Мифтахетдин Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты” тарафынан “Башҡорт телен өйрәнеү буйынса халыҡ-ара дистанцион система”ның өсөнсө кимәле эшләнә.

https://region.bspu.ru һылтанмаһы буйынса үтеп, һәр кем үҙенең телде белеү кимәлен тикшерә һәм белемдәрен камиллаштыра ала. Портал ҡулланыусы өсөн уңайлы форматта эшләнгән. Күнегеүҙәр төрлөлөгө, уларҙың һәр кимәл өсөн яраҡлаштырылған булыуы телде еңел генә итеп өйрәнеүгә булышлыҡ итә.

Сайтта медиаматериалдар, башҡорт-рус һүҙлеге, интерактив карта менән танышырға була. “Башҡортостанды беләһеңме?” тесын үтеп, республикабыҙ тураһындағы белемдәрегеҙҙе лә тикшереп ҡарарға мөмкинлек бар.

#БашФонд#Башкортостан

Курсы башкирского языка для родителей

27.11.21 стартуют курсы башкирского языка (бесплатные) для родителей, желающих помочь своему ребенку освоить башкирский язык. Занятия проводят авторы учебного пособия «Башкирский язык. Новый взгляд» Сафина Л.Х. (преподаватель башкирского и турецкого языков) Латыпова Р.М.(к.ф.н., преподаватель УМПК)

Научим: понимать, говорить, читать и писать.
Запись по телефону: 89613573780

Всем слушателям курсов башкирского языка дарим учебное пособие + 1 час (в неделю) бесплатного турецкого языка.

«МИНЕҢ ӘКИӘТ» конкурсы

 Дуҫтар! Һөйөнөслө хәбәр!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арналған «МИНЕҢ ӘКИӘТ» конкурсын иғлан итә!

 Конкурс башҡорт телендә әкиәт яҙыусыларға тәғәйенләнгән. Ҡатнашыусылар йәш кимәле буйынса 18 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән өлкәндәргә бүленә.

Әкиәттәргә талаптар:
— яңы, үҙенсәлекле сюжет;
— күләме буйынса әкиәт 3 биткә тиклем, Times New Roman шрифты, 14 кегль, 1,5 интерваллы булырға тейеш.

Эштәрегеҙҙе ебәргәндә, беренсе битендә әкиәттең исемен, исем-шәрифегеҙҙе тулыһынса, йәшегеҙҙе, тыуған ерегеҙҙе, эл.почтағыҙҙы һәм телефон һандарығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ.

Әкиәттәр moya.skazka.00@mail.ru адресы буйынса 5-се декабргә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ эштәрегеҙҙе социаль селтәрҙә #МинеңӘкиәт2021 хештегы аҫтында һалыу мотлаҡ!

Әкиәттәр, баһалама ағзалары күҙлегенән үткәс, бер ПДФ форматҡа йыйылып, социаль селтәрҙәрҙә һәм мәктәптәргә таратыла. Иң шәп әкиәттәр республика балалар гәзит-журналдарында баҫыласаҡ.

#БашФонд#Башкортостан#МинеңӘкиәт2021#БашҡортТелеКөнө

«УФТАНМА» башҡорт ижадханаһы «О, театр»

15 ноябрь Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры базаһында «УФТАНМА» башҡорт ижадханаһы «О, театр», тип аталған кисә үткәрҙе. Сарала республикабыҙҙың театрҙары сығыш яһанылар.

 Фотоһүрәттәрҙе киләһе һылтанма буйынса алығыҙ: https://vk.com/album-182678571_282054645

#БашФонд#Башкортостан#МустайКарим#УФТАНМА

Аҫылташ медиамәктәбе 3.0

18 ноябрь Аҫылташ медиамәктәбе старт ала! Быйыл — яңы формат һәм яңы маҡсаттар.

Беҙ медиамәктәпте онлайн форматта үткәрергә йыйынабыҙ, был республиканың барлыҡ райондарынан да ҡатнашыусылар йыйырға мөмкинлек бирә.
Программа буйынса SMM буйынса дәрестәр биреләсәк. Ике аҙна дауамында ҡатнашыусылар кураторҙар менән бергә реаль проектты социаль селтәрҙәр аша алып барыу һәләтен күрһәтәләр.

Медиамәктәптә ҡатнашыу шарттары:
— һылтанма аша гугл-форманы тултырырға: https://forms.gle/AkNzRCMM6xkSe6XX9
— 18 йәштән өлкән булырға;
— башҡорт телен юғары кимәлдә белергә.

Дәрестәр кискеһен ZOOM аша сәғәт 19:00 үткәреләсәктәр.
Һорауҙарҙы комментарийҙарға ҡалдыра алаһығыҙ.
____________________________________________
💫 Медиашкола Асылташ 3.0

18 ноября стартует медиашкола Асылташ. В этот раз — новый формат и новые цели.

В связи с условиями коронавирусной инфекции, уроки будут проводиться онлайн, в приложении ZOOM. Участники будут проходить уроки по SMM: получать знания, применять их на практике. В течение двух недель под руководством кураторов участники будут работать над реальным проектом.

Условия участия в медиашколе:
— заполнить гугл-форму по ссылке: https://forms.gle/AkNzRCMM6xkSe6XX9
— быть старше 18 лет;
— знать башкирский язык на высоком уровне.

Уроки будут проходить по вечерам в 19:00. Если остались вопросы — пишите их в комментариях.

#БашФонд#АсылташРБ#Аҫылташ

УФТАНМА: О, театр!

УФТАНМА: О, театр!

Дуҫтар! Ҙур кинәнес менән «УФТАНМА» башҡорт ижадханаһының өсөнсө сараһы — театралдар осрашыуына саҡырабыҙ!

Республикала булған пандемия сикләүҙәре арҡаһында, тамашасылар һаны сикле.
Теләүселәрҙе алдан теркәлеү үтергә һорайбыҙ: https://forms.gle/C9ZSVSTbEitdqXXUA

📍 Сара 15 ноябрь 19:00 сәғәттә Ленин урамы, 62-се йорт адресы буйынса урынлашҡан «Премьера» кафеһында үтәсәк.
Үҙегеҙ менән маска, прививка сертификаты йә COVID-19 менән аҙаҡҡы ярты йылда ауырыным тигән справка алығыҙ!

#БашФонд#Башкортостан#Уфтанма