Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор

Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Рәсәй Федерацияһы Геройы, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.

Башҡорт халҡының рухлы улының исемен мәңгеләшереү маҡсатында бихисап эштәр эшләнелгән:

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы Указы менән «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн» Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» тигән юғары исем бирелде.

 2019 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары менән Башҡортостандың Шайморатов ордены булдырылды һәм уның статуты раҫланды.

 2019 йылдың 28 июнендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.

📎 2018 йылдың майында Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтелде.

📎 2015 йылдың 11 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Хәрби Дан мемориалы асылды.

📎 2012 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй Президентының 1561-се Указы менән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 27-се Махсус тәғәйенләнеш отрядына М. М. Шайморатов исеме бирелде.

📎 Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Өфөләге күп профилле полилингваль 44-се, 162-се «Смарт» мәктәптәрендә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кластар булдырылған. Уларҙа Геройға бағышланған кабинет-музейҙар йыһазландырылған. Уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшеүселәргә «Йәш шайморатовсы» билдәһе тапшырыла.

ИСТОРИЧЕСКАЯ СРЕДА: Судьба командира 112-й Башкирской кавалерийской дивизии М.М. Шаймуратова.

 Ссылка на видеоролик: https://www.youtube.com/watch?v=jqrkeLGcfQk

#БашФонд#Башкортостан#ШайморатовГенерал#ПотомкиСалавата

Блог-тур «Республика». Гора Иремель

20-22 августа блогеры, певцы, актеры республики объединились под одним проектом Фонда по сохранению и развитию башкирского языка и Республиканской гимназии-интернат им. Газиза Альмухаметова блог-тур «Республика». Блог-тур — это увлекательное туристическое, экскурсионное путешествие для молодых блогеров и лидеров общественного мнения Республики Башкортостан. Команда молодых блогеров путешествуют и рассказывают обо всем, что происходит в реальном времени.

20 августа команда выехала в Гафурийский район. Для шестого из восьми выездов проекта были приглашены такие лидеры общественного мнения, как Артур Кабиров, Айрат Мусин, Ильгиз Абдрахманов, Ян Лира, Загир Тулябаев, Асия Шахминская, Гульчачак Игибаева, Галия Вахитова, Загит Кунафин, Залифа Барлыбаева и другие.

В рамках проекта участники тура посетили йыйын рода «Катай» в с.Серменово, присутствовали на экскурсии в музее Героя Советского Союза Шакирьяна Мухаметьянова (Александра Матросова). Основным мероприятием тура стал подъем на Иремель и занимал целый день — пеший поход составлял 6,5 километров в одну сторону. Иремель — вторая по величине вершина Южного Урала, расположена на северо-востоке Башкортостана. «Вершина горы Большой Иремель достигает 1582,3 метра над уровнем моря. При этом самая высокая гора Южного Урала – Ямантау – выше всего лишь на 58 метров. Если большинство южноуральских вершин входит в системы горных хребтов, то массив Иремель имеет обособленное положение вместе со своими предгорьями. Не удивительно, что у башкир Иремель издавна считалась священной горой. Для обычных людей она была закрыта для посещения. В наши дни эта вершина привлекает своими красотами множество туристов со всего Урала и из других регионов. Ежегодно здесь бывает несколько десятков тысяч человек.» — пишет сайт Ураловед. Во время похода участники также побыли на месте истока реки Агидель (Белая) и на хребете Аваляк.

В рамках проекта запланированы еще 2 выезда, где участники посетят главные достопримечательности Башкортостана, попробуют национальные блюда и будут рассказывать о природных памятниках Республики в своих социальных сетях. Благодаря интересным информационным материалам и фотографиям, подписчики участников узнают о достопримечательностях, маршрутах и о традициях Республики Башкортостан. Обязательным условием для участников является ведение сториз инстаграм и Вконтакте, видео для Тик-Тока на двух языках: башкирском и русском.

Проект БЛОГ-ТУР «РЕСПУБЛИКА» реализуется на средства гранта на сохранение и развитие государственных языков республики и языков народов Башкортостана Фонда содействия гражданскому обществу РБ.

#БашФонд#Башкортостан#БлогТурРеспублика#ФСГОРБ

Блог-тур «Республика». Гафурийский район

10-12 августа блогеры республики объединились под одним проектом Фонда по сохранению и развитию башкирского языка и Республиканской гимназии-интернат им. Газиза Альмухаметова блог-тур «Республика». Блог-тур — это увлекательное туристическое, экскурсионное путешествие для молодых блогеров и лидеров общественного мнения Республики Башкортостан. Команда молодых блогеров путешествуют и рассказывают обо всем, что происходит в реальном времени.

10 августа команда выехала в Гафурийский район. Для пятого из восьми выездов проекта были приглашены такие блогеры, как Ильсур Бусканов (Шакмак), Булат Имангулов, Альзира Загидуллина, Реналь Абизгильдин, Алмаз Карагулов, Эдуард Великий, Ришат Рахимов, Акйегет Валитов, Азат Флай и другие.

Участники проекта посетили Гафурийский район целью посетить скалу Мамбет. Она расположена у реки Зилим в Гафурийском районе Башкортостана, в 10 км по дороге от деревни Толпарово. Мощная каменная гигантская стена тянется вдоль реки Зилим 2 километра. Русло реки изогнуто и кажется, как-будто скала ее обнимает. Точное происхождение названия горного массива неизвестно, но легенда гласит, что оно произошло от имени охотника Мамбет, который пытался залезть на скалы, чтобы добраться до гнезда скопы. Остальные детали этой истории в разных источниках разнятся.

Далее участники посетили место с мистическим названием «Хижина Шамана». «Мы позиционируем себя как центр реабилитации жителей мегаполиса. У нас здесь действительно нет связи, удобств, к которым люди привыкли в своих квартирах, да и вообще, живем в юртах, хижинах, палатках. Но для тех, кто не готов полностью отказаться от благ цивилизации, есть два домика,»– рассказывает основатель проекта «Хижина шамана» Андрей Стуколов в интервью Городской электронной газете.

В рамках проекта запланированы еще 2 выезда, где участники посетят главные достопримечательности Башкортостана, попробуют национальные блюда и будут рассказывать о природных памятниках Республики в своих социальных сетях. Благодаря интересным информационным материалам и фотографиям, подписчики участников узнают о достопримечательностях, маршрутах и о традициях Республики Башкортостан. Обязательным условием для участников является ведение сториз инстаграм и Вконтакте, видео для Тик-Тока на двух языках: башкирском и русском.

Проект БЛОГ-ТУР «РЕСПУБЛИКА» реализуется на средства гранта на сохранение и развитие государственных языков республики и языков народов Башкортостана Фонда содействия гражданскому обществу РБ.

Фото: Азат Мухамедьянов.

#БашФонд#Башкортостан#БлогТурРеспублика#ФСГОРБ

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Рәсәй Федерацияһы региондары вәкилдәре менән осрашыуҙа булды

Кисә, 11 август, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында « Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә туған башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса көнүҙәк мәсьәләләр» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Ултырыш дауамында Фонд белгесе Фәнзилә Ғәзизова ойошманың эшмәкәрлеге, проекттары һәм киләсәккә пландары менән бүлешеп уҙҙы.

Сарала Ҡоролтай Президиумы һәм Башҡарма комитеты, Республика Ата-әсәләр комиссияһы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды вәкилдәре менән бер рәттән, Рәсәй төбәктәренән килгән ата-әсәләр һәм белгестәр ҡатнашты. Ҡунаҡтар Мәскәү ҡалаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Татарстан Республикаһынан. Сара оффлайн һәм онлайн форматтарҙа үтте.

#БашФонд#Башкортостан#Всемирныйкурултайбашкир

Башҡорт Википедияһы балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн махсус конкурс һәм уҡыу курсы ойоштора

Википедия – интернет киңлектәрендә киң билдәлелек яулаған уникаль күренеш. Бөгөнгө көндә уның мәғлүмәтен уҡымаған кеше юҡтыр. Күп телле онлайн энциклопедияның башҡорт телендәге бүлеге лә бар. Һуңғы йылдарҙағы уңыштары өсөн Башҡорт Википедияһы ирекмәндәрен донъя кимәлендәге сараларҙа маҡтап телгә алалар. Быйыл февраль айында, Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан, Өфөлә башҡорт википедистарының оло форумы үтте, иң әүҙемдәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү Фонды ойошторған сараның рәсми өлөшөн асып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов: «Был кешеләр альтруизм менән ҙур эш башҡара. Уларға күп йылдар тейешле иғтибар бирелмәне. Минеңсә, улар дәүләт һәм йәмәғәт нагардаларына лайыҡ. Ысынлап та, был ирекмәндәрҙең өлөшө бик ҙур. Улар бөртөкләп йыйып интернетта башҡорт контентын булдыра. Ә интернетҡа эләккән нәмә юғалмай, унда мәңгелеккә ҡала. Улар бөгөн яҙған мәҡәләләрҙе киләһе быуындар күп йылдарҙан һуң да уҡыясаҡ. Ирекмәндәр донъя селтәрендә башҡорт теленең цифрлы нигеҙен булдыра. Беҙ уларға был эштәрендә, шул иҫәптән грант проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ» тине.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының республика дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторған 2021 йылғы гранттар конкурсында Башҡорт Википедияһы проекты еңеүсе тип табылғайны. Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды тарафынан бирелгән субсидия иҫәбенә быйыл күләмле саралар: тематик конкурстар һәм Википедия яҙырға өйрәтеү курстары уҙғарыла.

Мәктәп йәшендәге балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн дә саралар ҡаралған. Сентябрь айында «Башҡорт исемдәре» тип аталған махсус тематик мәҡәләләр конкурсы, конкурста ҡатнашырға теләгәндәр өсөн 11 августан уҡыу курсы ойошторола. Уҡыуҙар онлайн форматта үтә, интернет булған һәр төбәктән, ауыл-ҡаланан китмәйенсә лекциялар тыңларға, ғәмәли өйгә эштәрҙе үтәргә мөмкин. Уҡыуҙар бушлай, курсты уңышлы тамамлаусыларға сертификат тапшырыла.

Конкурсҡа килгәндә, уның шарттары ябай ғына. Быға тиклем нәшер ителгән махсус һүҙлектәрҙе ҡулланып башҡорт исемдәре тураһында айырым мәҡәләләр яҙырға, мәҡәлә йөкмәткеһендә исемгә аңлатма бирергә, ошондай исемле билдәле шәхестәрҙең исемлеген төҙөргә, уларҙың Википедиялағы мәҡәләләренә һылтанма ҡуйырға кәрәк була. Ҡулланырға тәҡдим ителгән һүҙлектәр исемлеге төҙөлгән, «Китаптар» онлайн китапханаһындағы нөсхәләренә һылтанма бирелгән. Әҙер исемлекте ҡулланырға һәм шулай уҡ уны яңы яҙған мәҡәләгә өҫтәргә кәрәк. Википедияла башлап яҙышыусыларға тәжрибәле эксперт-ирекмәндәр ярҙам итәсәк. Конкурста әүҙем ҡатнашыусыларға дәртләндереү саралары: өс кимәлдәге виртуаль миҙалдар менән бүләкләү, бүләкләнеү тураһында сертификат тапшырыу, грант иҫәбенән башҡорт телендәге матбуғат баҫмаларына яҙылыу йәки «Озон» интернет магазины сертификаты менән бүләкәләү ҡаралған. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте https://w.wiki/3eJv адресы аша, йәки Яндекста «Проект:Башҡорт исемдәре 2021» тип эҙләп табырға була. Уҡыу курсына https://w.wiki/jxU адресы аша инеп теркәлегеҙ. «Онлайн ВикиМәктәп» тигән һорауға Яндекс кәрәкле һылтанманы күрһәтер. Курсҡа Бәйләнештә социаль селтәрендәге Онлайн ВикиМәктәп (https://vk.com/club66803702) төркөмө, йәки Инстаграмдағы bash_wiki аккаунты аша ла теркәлергә мөмкин.

Балаға матур исем биреү ата-әсә бурыстарының иң яуаплыһы. Исем менән кешенең киләсәк тормошо билдәләнә, сөнки һәр исемдә тылсымлы сер һалынған. Ә һеҙ үҙегеҙҙең, атай-әсәйегеҙҙең, туғандарығыҙҙың исемдәрендә ниндәй сер булғанын беләһегеҙме? Әйҙә, конкурста ҡатнашығыҙ һәм яңы асыштар яһағыҙ. Эшегеҙ киләсәктә башҡорт халҡына хеҙмәт итһә, өйрәнгән белемегеҙ үҙегеҙгә ҡалыр. Һис шикһеҙ тормошта кәрәге тейер. Алға, дуҫтар! Башҡорт Википедияһы һеҙҙе көтә.

🌐 Рөстәм Нурыев, 2005 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне.

#БашФонд #Башкортостан