БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ

20 апрель «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2023» акцияһы үткәрелә! Сара онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола.

2023 йылдың 20 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
📎 11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр диктант яҙа;
📎11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар диктант яҙа;
📎 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙа.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға Bashdiktant2023@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2023 йылдың 23 апреле 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

Акция ҡатнашыусыһы булып енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

#башҡорттелендәдиктант#башдиктант#башдиктант2023
#диктантпобашкирскомуязыку#башҡортсадиктантяҙам#Башкортостан#БашФонд

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ БУЙЫНСА КВИЗ-УЙЫН

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ БУЙЫНСА КВИЗ-УЙЫН

30 март 17:00 сәғәттә Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты базаһында башҡорт телендә Квиз үтте.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» сығыш яһаны.
Квиз-уйын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Был уйын Башҡорт әҙәбиәтенә арналды һәм үҙ эсенә төрлө һорауҙырҙы алды: викторина, картиналар һәм музыкаль викторина. Ҡатнашыусы командалар беренсе раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 1, икенсе раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 2 һәм өсөнсө раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 3 балл йыйҙы.

Раундтар араһындағы тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың Гөлнара һәм Азамат Ғариповтарҙың балалары ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырылды.

Уйынға Өфө ҡалаһының мәктәптәренән уҡытыусылар командалары йыйылды.

Һөҙөмтәлә киләһе командалар еңеүсе булды: Өфө ҡалаһы мәктәптәренең йыйылма «Ете ҡыҙ» командаһы — 1-се урын, «Беренселәр» командаһы 2-се урын һәм Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһынан «Рәссамдар» командаһы — 3-сө урын. Һәр команда еңеүсе кубогын алды, ә һәр ҡатнашыусы — махсус рәүештә ошо уйын өсөн әҙерләнгән йәбештергес башҡорт стикерҙары.

Саранан фотолар: https://vk.com/album-182678571_292462199

#БашФонд#БашҡортТеле#МиллиМузей

БАШҠОРТ ЭПОСТАРЫ БУЙЫНСА КВИЗ-УЙЫН

БАШҠОРТ ЭПОСТАРЫ БУЙЫНСА КВИЗ-УЙЫН

28 март 19:00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы базаһында башҡорт телендә Квиз үтте.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» сығыш яһаны.
Квиз-уйын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Был уйын Башҡорт эпостарына арналды һәм үҙ эсенә төрлө һорауҙырҙы алды: викторина, картиналар һәм музыкаль викторина. Ҡатнашыусы командалар беренсе раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 1, икенсе раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 2 һәм өсөнсө раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 3 балл йыйҙы.

Раундтар араһындағы тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың Гөлнара һәм Азамат Ғариповтарҙың балалары ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырылды.

Уйынға Ҡурай-ТВ телеканалы, Мәғариф системаһының республика ресурс үҙәге, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Журналистарҙың йыйылма командаһы, Ата-әсәләр комитеты, Республика халыҡ ижады үҙәге, Милли музей, Өфө ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге командаһы, Юлдаш + йәштәр радиоһы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, «Нөктәләр» йыйылма командалары килде.

Һөҙөмтәлә киләһе командалар еңеүсе булды: Республика халыҡ ижады үҙәге командаһы — 1-се урын, Милли музей командаһы 2-се урын һәм Өфө ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге командаһы — 3-сө урын. Һәр команда еңеүсе кубогын алды, ә һәр ҡатнашыусы — махсус рәүештә ошо уйын өсөн әҙерләнгән йәбештергес башҡорт стикерҙары.

Саранан фотолар:
https://vk.com/album-182678571_292431773

#БашФонд#БашҡортТеле#МиллиМузей

«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал» проекты

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының һәм Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал» проекты сиктәрендә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материалдар (әкиәттәр менән сағыу китаптар, кубиктар, пазлдар) әҙерләп баҫтырыу бөттө. Әлеге ваҡытта ошондай сағыу кубиктар һәм пазлдар беҙҙең офисҡа килде.

Һәр әкиәт буйынса китапта QR-код бар. Шул QR-код аша үтеп, әкиәттәрҙең аудио вариантын да тыңларға була.

Проектты презентациялау үткәндән һуң һәр теләүсегә был китап һәм пазлды беҙҙән килеп алырға мөмкин буласаҡ. Тик бер ҡулға бер комплект ҡына дидактик материалдар бирелә.
Материалдарҙы таратыу башланғас та беҙ сәхифәбеҙҙә иғлан яһарбыҙ.

Дидактик материалдың авторҙары — Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, Галина Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы, Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ

«УФТАНМА» башҡорт ижадханаһы көлкөгә — Stand-Upҡа арнала!

Дуҫтар!

Ҙур кинәнес менән, ниһәйәт, «УФТАНМА» башҡорт ижадханаһы көлкөгә — Stand-Upҡа арнала! Көлкө кисәһенә килеп, дәрт йыйып ҡайтығыҙ!

 Сара 7 апрель 19:00 сәғәттә Кустарная урамы, 17-се йорт адресы буйынса үтә.

Билеттар алыуҙа Пушкин картаһы программаһы эшләй: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkins..

☎ Белешмәләр өсөн телефон: 8 (927) 333-95-56

#БашФонд#Башкортостан#Уфтанма

Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстар тәҡдим итеү буйынса конкурс иғлан итәбеҙ!


Йыл да үткәрелгән Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстар тәҡдим итеү буйынса конкурс иғлан итәбеҙ!

Конкурсҡа өс төрлө темаға текстар ҡабул ителә:
— башҡорт телендә иркен аралаша белеүселәр өсөн (220 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — Башҡортостанда Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арналған текст;
— башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған текст;
— башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына арналған текст.

Эштәрҙе bashdiktant2023@mail.ru электрон почтаһына 3 апрель 23:00 тиклем ебәрә алаһығыҙ.

Һәр йүнәлештә бер еңеүсе буласаҡ, улар 5000 һум кимәлендә приз ала һәм ошо авторҙың тексы Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыла. Еңеүселәр ойоштороу комитеты тарафынан билдәләнә.

#БашФонд#БашҡортТеле#БашДиктант2023

Полилингваль мәктәптәр селтәрен үҫтереү – Башҡортостан өсөн мөһим тема

Полилингваль мәктәптәр селтәрен үҫтереү – Башҡортостан өсөн мөһим тема. Республика Башлығы указына ярашлы, 2024 йылға тиклем республикала ошондай 12 мәктәп асылырға тейеш. Ә 2025 – 2026 йылдарҙа Асҡын, Баймаҡ, Бишбүләк, Дүртөйлө, Туймазы, Салауат, Ишембай, Иглин райондарында ошо йүнәлештә мәктәптәр асыу планлаштырыла 

#БашФонд#БашҡортТеле

БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫ ТУРАҺЫНДА КВИЗ-УЙЫН

2 март 16:00 сәғәттә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты базаһында башҡорт телендә Квиз үтте.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» сығыш яһаны.

Квиз-уйын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Был уйын проект сиктәрендә өсөнсө сара булып торҙо: беренсе уйын Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған ине. Икенсе уйын Салауат Юлаев, генерал Шайморатов, Алдар Иҫәкәев, Каранай Моратов, Шәғәли Шаҡман кеүек башҡорт батырҙарының тормошо һәм эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙарҙан торҙо. Өсөнсө уйындың күпселеген Башҡортостан тарихына арналған һорауҙар тәшкил итте. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм Урал батыр эпосы темаларына тағы өс уйын үткәреү планлаштырыла. Бер уйында һәр береһендә 10-шар кешенән торған 15-кә яҡын команда ҡатнаша ала. Унда ҡатнашыу — бушлай.

Раундтар араһындағы тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың Гөлнара һәм Азамат Ғариповтарҙың балалары ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырылды.

Квизда киләһе командалар еңеүсе булды: «Арба» (1) командаһы — 1-се урын, «Йүрүҙән»(10) командаһы 2-се урын, «Йүрүҙән»(5) командаһы — 3-сө урын. Һәр команда еңеүсе кубогын алды, ә һәр ҡатнашыусы — махсус рәүештә ошо уйын өсөн әҙерләнгән йәбештергес башҡорт стикерҙары.

Март айҙарында тағы ла 3 квиз ойошторасаҡбыҙ, яңылыҡтарҙы беҙҙең төркөмөндә ҡарап барырға мөмкин.

Фото: https://vk.com/album-182678571_291905389

#БашФонд#БашҡортТеле#БГПУ

Бөгөн «Башинформ»да Рәми Ғариповҡа арналған сайттың презентацияһы була

Бөгөн «Башинформ»да Рәми Ғариповҡа арналған сайттың презентацияһы була

Үткәреү ваҡыты: 2023 йылдың 3 мартында, 15.00 сәғәттә.

Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, конференц-зал.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында Рәми Ғариповтың мираҫына арналған сайттың презентацияһы була. Халыҡ шағирының 90 йыллығына арналған сайтты Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына «Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы булдырған. Проекттың партнерҙары — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана. Сайт өҫтөндә эшләгәндә шағирҙың балалары — Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар туранан-тура ҡатнаша.

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ

Юлай Ҡасимовтың концертына саҡырабыҙ!

 24 март киске сәғәт 19:00 барығыҙҙы ла «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының яҡын дуҫы, билдәле ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың концертына саҡырабыҙ!

Билеттарҙы киләһе һылтанманан (Пушкин картаһы буйынса ла) алырға була: https://iframeab-pre2638.intickets.ru/seance/13220932

#БашФонд#БашҡортТеле#ЮлайКасимов#уфа#мирас#курай#башкирскийкурай#этно