Өфөлә “Ҡанатлан!” VI мәктәп мәғарифы форумы уҙа

Форумдың майҙансыҡтарының береһендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы үҙ проекттарын презентацияланы. Улар араһында ойошма гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған «Тирмәкәй» күсмә театры, «Беҙ ябай айыуҙар» йәнһүрәте, «Әкиәт» тауышлы пазл һәм башҡалар. Был проекттарҙың барыһы ла йәш быуында башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, уны өйрәнеүҙә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Форумда ҡатнашыусылар «Һомай» тәүге башҡортса аҡыллы колонкаһы менән дә ҡулланыу теләген белдерҙе.

Аҙнаны флаг күтәреүҙән башлайбыҙ!

Бөгөн, 1 апрелдә, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында ҡунаҡта булды.

Белем усағында уҡыу аҙнаһы Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт флагтарын күтәреүҙән башланды. Тантаналы линейкала абруйлы ҡунаҡ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Рауил ҡыҙы ҡатнашты. Сарала гимназия директоры Флүр Шаһисолтанов конкурстарҙа һәм «Фәнгә аҙым» ғилми-ғәмәли конференцияһында призлы урындар яулаған гимназистарға грамоталар тапшырҙы.

Линейканан һуң Гөлназ Йосопова 7А класында «Рәсәй — сәләмәт ил» темаһына кластан тыш дәресен ҡараны. Унда сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу тураһында фекер алыштылар. Дәрес барышында Гөлназ Рауил ҡыҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тураһында һөйләне. Ул бөтә уҡыусыларҙы туған телен ҡәҙерләргә һәм яратырға саҡырҙы.

«ЙырАлыш» уйыны

Башҡорт йырҙарын һәм көйҙәрен белеү кимәлен был юлы Республика инженер лицей — интернаты уҡыусылары тикшереп ҡарай алды. Унда «ЙырАлыш» уйыны үтте!

Ойоштороусылар командаларға һәм мәктәп етәкселегенә рәхмәтен белдерә.

🙏

Проект БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ОЙОШМАҺЫ грантына тормошҡа ашырыла. Проект авторы — Динара Ғәлләмова.

Һөйләмдәр тикшереп, ҡиммәтле бүләктәр оттолар!

Башҡорт теленең һүҙ ҡулланышы миҫалдарын тулыландырыу проекты сиктәрендә уҙғарылған конкурстың еңеүселәре билдәләнде. Әүҙем ҡатнашыусыларҙың һәр береһе 70 000, 60 000 һәм 50 000 тирәһе һөйләмдәр тикшергән. Бөгөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһында уларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Еңеүселәргә Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды: I урынға – ноутбук; II, III һәм IV урындарға – смартфондар, V урынға — цифрлы фото рамаһы.

Еңеүселәрҙең исемлеге:

I урын: Ғүмәрова Гүзәл Таһир ҡыҙы, Өфө ҡалаһы, УФИЦ РАН-дың кесе ғилми хеҙмәткәре, ете бала әсәһе.
II урын: Яныбаева Әлиә Гәрәй ҡыҙы, Учалы районы Миндәк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
III урын: Ғиззәтуллина Гөлсирә Мирза ҡыҙы, яҙыусы, журналист, тәржемәсе.
IV урын: Байымова Гөлдәр Надир ҡыҙы, Өфө ҡалаһы 45-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
V урын: Усманова (Баязитова) Нурзилә Ильяс ҡыҙы, Бөрйән районы, Килдеғол ауылы, «Ғаилә» үҙәгендә социаль эштәр буйынса белгес.

Бәйге телеграмда — @bashkort_translate_bot чатында 2023 йылдың ноябренән 2024 йылдың февраль аҙағына тиклем ойошторолдо. Төп шарт — башҡортсанан руссаға тәржемә ителгән һөйләмдәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү ине. Улар башҡорт һәм рус яҙыусыларының әҫәрҙәренән, федераль мәктәп дәреслектәре һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынды. Һөҙөмтәлә Башҡорт теленең һүҙ ҡулланышы миҫалдары коллекцияһы 1,1 млн ике телле пар һөйләмдәр менән тулыландырылды.

Проект Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының грант иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла. Уның авторы философия фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының философия һәм культурология кафедраһы доценты Искәндәр Шакиров.

Йыйылған һәм тикшерелгән башҡорт теленең һүҙ ҡулланылышы миҫалдары башҡорт теленең әлеге көндә иң ҙур электрон һүҙлегенә (https://ru.glosbe.com/ba/ru) өҫтәлгән. Киләсәктә уларҙы башҡорт телен цифрлаштырыуға йүнәлтелгән башҡа проекттарҙа ла ҡулланыу мөмкинлеге бар. Һис шикһеҙ, был проект башҡорт телен донъялағы иң һанлаштырылған телдәр кимәленә сығара ала, — ти уның авторы Искәндәр Шакиров.

 «Торатау» Конгресс-холында Башҡорт теле көнө байрамы үтте!

Бөгөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Торатау» Конгресс-холында Башҡорт теле көнөнә арнап, шулай уҡ Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлап, тантаналы осрашыу ойошторҙо.
Ҡунаҡтарға башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙың презентацияһы күрһәтелде. Грант конкурсы еңеүселәре үҙҙәренең эштәре тураһында һөйләне һәм тантаналы рәүештә ҡулдарына грант сертификаттарын алды. Шулай уҡ Айгиз Ҡунафин «Тикшереү» сайты һәм «Һомай» колонкаһы тураһында һөйләп үтте. Башҡортса һөйләшеүсе берҙән-бер һәм тәүге «аҡыллы» колонка байрамға йыйылыусыларҙы Башҡорт теле көнө менән ҡотлап үтте. Фәнзилә Ғәзизова Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының проекттары менән таныштырҙы.

 Сара сиктәрендә республиканың район-ҡала Ҡоролтайҙары вәкилдәре өсөн башҡорт теленә арналған башҡортса квиз уҙғарылды. Уйында иң күп мәрәй йыйып, еңеү яулаусылар:
I урын — «Ете ырыу» командаһы;
II урын — «Рух көмбәҙе» командаһы;
III урын — «Етегән», «Юрматы-ҡыпсаҡ» һәм «Етеҙҙәр» командалары.
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Башҡа майҙансыҡтарҙа төрлө темаларға арналған түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Шулай уҡ сара сиктәрендә республика тарихында тәүге тапҡыр мәҙәниәт, гуманитар фән һәм мәғариф өлкәләрен үҫтереүгә тос өлөш индергән төрлө милләт вәкилдәренә Ҡоролтай тарафынан булдырылған Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы бирелде.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосоповаға Рәхмәт хаты тапшырҙы.

#БашФонд#Башкортостан#БашҡортТелеКөнө

Башҡорт теле көнөнә арналған фотоконкурс иғлан итәбеҙ!

Өфө һәм республиканың башҡа райондары урамдарында Башҡорт теле көнөнә арналған баннерҙар урынлаштырыла. Конкурста ҡатнашыу өсөн 1 декабрҙән алып 13 декабргә тиклем уларҙың фонында фото төшөп, «Бәйләнештә» социаль селтәренә #БашҡортТелеФото хештегы менән һалырға кәрәк.

Иң үҙенсәлекле фото авторын бүләктәр көтә! Еңеүсене 14 декабрь билдәләйәсәкбеҙ! Ҡатнашығыҙ!

#БашФонд#БашҡортТеле#БашҡортТелеКөнө2023

 Башҡорт теле көнөнә арналған стенгазеталар конкурсын башлайбыҙ!

Туған телебеҙ, уның әһәмиәте, уға ҡарата һөйөү белдереп, иң матур, үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы стенгазета эшләүселәрҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһынан махсус бүләктәр көтә!

Бөтә һәләтегеҙҙе, оҫталығығыҙҙы, фантазияларығыҙҙы һалып эшләһәгеҙ — иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫһығыҙ! Эштәрегеҙҙе «Бәйләнештә» социаль селтәренә #БашҡортТеленәСтенгазета хештегы аҫтында һалығыҙ.

14 декабрь — Башҡорт теле көнөндә еңеүселәрҙе билдәләйәсәкбеҙ. Ашығығыҙ!

#БашФонд#БашҡортТеле#БашҡортТелеКөнө2023

2019 йылдан алып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телде үҫтереү һәм популярлаштырыу юҫығында бихисап эштәр алып бара.

2019 йылдан алып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телде үҫтереү һәм популярлаштырыу юҫығында бихисап эштәр алып бара. Аҙаҡҡы биш йыллыҡта ойошма ҡала, республика кимәлендә генә түгел, бөтә ил һәм халыҡ-ара кимәлдә саралар үткәрә.

Һеҙ барығыҙ ҙа белгән, ҡатнашҡан Башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы 2019 йылдан алып халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеп, йыл һайын үткәрелгән матур ғаилә байрамына әүерелде. Оффлайн майҙансыҡтарҙа милли кейем менән килеп, аралашып, рух йыйып ҡайтыу күптәр өсөн көтөп алған сара.

2023 йылда онлайн форматта халыҡ-ара кимәлдә Башҡорт теленән олимпиада https://basholimpiada.ru/ru/ үткәрелде. Сарала 67 Рәсәй регионы, 23 төрлө ил вәкилдәре ҡатнашты. Биш көн дауамында барған сарала барлығы 27 614 кеше: башланғыс кимәлдә 17 557, иркен аралашыусылар кимәлендә 8 843, башҡорт теленең диалекттары кимәлендә 1 214 кеше белемен тикшерҙе.

Ойошма тарафынан телде үҫтереү ысулдары офлайн саралар үткәреүҙә генә түгел, ә цифрлаштырыу юҫығында ла алып барыла. Быға https://bashkortsoft.ru/ , https://app.bashkorttele.ru/ , https://ramigaripov.ru/ сайттары асыҡ дәлил. Йәштәрҙе телде, тарихты, мәҙәниәтте өйрәнеүгә йәлеп итеү өсөн тағы ла бер ысул форматында ойошма тарафынан квиз уйындары үткәрелә. Улар башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте, батырҙар тормошо, республика тарихы, эпостарға арнала. Бер уйында 100 кешегә тиклем ҡатнашып, үҙ белемен тикшерә ала.

Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн дөрөҫ ғаризалар тултырыу өсөн «Эшлекле башҡорт теле», телде өйрәнеү өсөн «Яңы ҡараш», балалар баҡсаһы өсөн «Әкиәттә ҡунаҡта» уҡыу әсбаптары баҫылды. Телевидение һәм интернет-медиа өсөн «Бергә башҡортса» «Башҡорт теленә яңы ҡараш» сюжетлы сериалдар төшөрөлдө. Ике сериал бер-береһенә бәйле, беренсеһе олораҡ аудитория өсөн булһа, икенсе сериал үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән.

Шиғриәтте популярлаштырған төбәк-ара «Минең Рәми» конкурсы 2022 йылда бер-нисә ай дауамында үткәрелеп, шағирҙың ижадына күп иғтибар йәлеп иттерҙе. Ә эске туризмды күтәргән «Блог-тур» блогерҙар проекты Башҡортостандың матурлығын күрһәтеп кенә ҡалманы, шулай уҡ милли баҫмаларҙа ла ҙур сағылыш тапты.

Әлеге ваҡытта ойошма тарафынан һәр теләүсегә телде үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеге бирелде: теләгән кеше үҙ идеяһын проект итеп яҙып, финанс яҡтан ярҙам алыу мөмкинлеген алды. Барлыҡ эштәр араһынан эксперт комиссияһы икенсе этапҡа 87 эш араһынан 11 проект һайлап алды. Еңеүселәрҙе бүләкләү 14 декабрь үтә.

Һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк — ошо барлыҡ бихисап эштәр республика башлығы Радий Хабиров Фәрит улы ярҙамлығында тормошҡа ашырыла һәм телде һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

“Урал мираҫы” йәнә йәштәрҙе берләштерҙе

Быйыл 8 тапҡыр уҙарылған сара яңы формат һәм яңы йүнәлештәр менән байытылды. Форумдың беренсе көнөндә лекциялар ике йүнәлешкә бүленеп уҙғарылды. “Һомай”ҙа ҡыҙҙар өсөн, ә “Урал” майҙансығында егеттәр өсөн белгестәр һаулыҡ һәм психология тураһында сығыш яһаны. Шулай уҡ ҡатнашыусылар башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән яҡындан таныша алды. Йәштәргә милли кәсептәр, халыҡ уйындары, йәйәнән уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Форумдың икенсе көнө команда эшен ойоштороу, финанс грамоталығы һәм карьера үҫеше темаларына арналды.

“Урал мираҫы” проектын Башҡортостандың йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ярҙамында тормошҡа ашыра.

#Башкортостан#БашФонд

10 ноябрҙә Ғафури районында Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында башҡортса квиз-уйыны уҙҙы.

Унда Ғафури районының 10 мәктәбенән командалар ҡатнашты: Мағаш тауы, Кейекбай тоҡомдары, Башҡортостан йөрәге (Имәндәш), Ҡауарҙылар, Патриоттар, Башҡорттар, Мәжитовсылар, Аҡбуҙат, Ватан, Дуҫлыҡ. Уҡыусылар Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Иң күп балл йыйып, еңеү яулаусы командалар:
I — Кейекбай тоҡомдары (Сәйетбаба урта мәктәбе)
II — Мәжитовсылар (Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты)
III — Патриоттар (Красоусол ауылының 3-сө мәктәбе)

Еңеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ! Барлыҡ командаларға ла әүҙемлектәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

#Башкортостан#БашФонд