ЕҢЕҮСЕЛӘРҘЕ ҠОТЛАЙБЫҘ!

Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан уҙғарылған видеояҙмалар конкурсын йомғаҡлар мәл дә етте. Конкурстың шарттары буйынса, яҙмаларҙы яһалма интеллект ҡулланып эшләргә кәрәк ине. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә шулай уҡ видеоларҙың дөйөм сюжетлы булыуын да иҫәпкә алдыҡ.Шулай итеп, еңеүселәр:

✨

1 урын — Өфөнән Шамил Хәмитов. Ул «Урал батыр» эпосы буйынса төшөрөләсәк (яҡын киләсәктә, тип ышанабыҙ!) фильмға трейлер эшләгән.

✨

2 урын — Өфө ҡалаһынан Азат Низаметдинов. Башҡортостандың киләсәген яһалма интеллект ярҙамында күҙаллаған.

✨

3 урын — Сибай ҡалаһынан Айгүзәл Торошева. Был ҡатнашыусыбыҙ «Урал батыр» эпосының бер өҙөгөн «йәнләндергән».

✨

3 урын — Учалынан Азалия Ершова. Ул үҙенең яҙмаһын Рәми Ғариповҡа һәм уның үлемһеҙ «Туған тел» шиғырына бағышлаған.Шулай уҡ дәртләндереү приздары менән киләһе ҡатнашыусыларҙы билдәләп үтергә булдыҡ:

⭐

Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылының 1-се һанлы мәктәбенең медиаүҙәге ебәргән яҙма Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған. Етәкселәре — Дилмөхәмәтова Дилара Даян ҡыҙы.

⭐

Вәғиҙә Рауил ҡыҙы исемле ҡатнашыусыбыҙ Салауат Юлаевтың «Тирмәмдә» шиғырын яһалма интеллекттан матур итеп йырлатҡан.

⭐

Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылынан Сәлиә Ҡоломбәтова «Тыуған еремдең теле» йырына клип төшөргән.

⭐

Рәфис Ҡуйбағаровтың эше Мостай Кәримдең ижадына бағышланған.Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бүләктәрегеҙҙе Өфө ҡалаһы, Цюрупы урамы, 17, 6-сы ҡат, 3-сө кабинет адресы буйынса эш көндәрендә (сәғәт 10.00-17.00) арауығында килеп алырға мөмкин.Барлыҡ ҡатнашыусыларыбыҙға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!