Башҡортостанда «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы эшләй башланы

«Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре” (ч. 2 ст. 16 Закона РФ от 25.10.1991 № 1807-1) һәм “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау” (ч. 2 ст. 8 Закона РФ от 07.02.1992 № 2300-1) ҡанундарының сиктәрендә рус теленән башҡорт теленә квалификациялы тәржемәләр өсөн тәғәйенләнелгән.

Платформа ярҙамында:

  • документтарҙы (бланк, мисәт, штамп, штемпель) һәм урам алтаҡталарын,
  • етештереүсе тураһында (башҡарыусы, һатыусы), эш режимы, тауар, башҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәтте башҡортсаға тәржемә итергә мөмкин.

Заказ биреүсе тәржемә менән электрон-цифрлы ҡултамға ҡуйылған квалификациялы тәржемә тураһында сертификат та ала.

Сертификат

  • тәржемәнең “Баштәржемә” автоматлаштырылған мәғлүмәти системаһының аккредатициялы белгесе тарафынан эшләнеүе һәм тәүтексҡа тап килеүен раҫлай,
  • тәржемәләнгән документ текстарын, алтаҡталарҙы “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре” ҡанунын тормошҡа ашырыуҙа ҡулланыуға яраҡлы булыуын иҫбатлай,
  • “Баштәржемә” тарафынан эшләнгән тәржемәнең терминологик хеҙмәт һәм терминологик комиссиялар тарафынан ҡабул ителеүен күрһәтә.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары, урындағы үҙидаралыҡтар өсөн тәржемә бушлай эшләнелә. Бының өсөн форма буйынса рәсми хат ебәреү мотлаҡ. Коммерция секторы өсөн тәржемәләр түләүле башҡарыла.

Платформаға һылтанма: aispp.ru