Башҡортса өҫтәл уйындарының исем туйы үтте

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡортса өҫтәл уйындары — «Әлләсе», «Зирәк», «Бесәй, сәй, айыу, бал, май», «Бишбармаҡ» уйындарының исем туйы үтте. Проект «Хазина», Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмалары тарафынан Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылды.

Проекттың етәксеһе Гүзәлиә Исхаҡова, дизайнеры Эльвира Ғәлимуллина уйындарҙың үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Презентацияла ҡатнашҡан башҡорт ғаиләһе — Биктимеровтар, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Дамир Тайыпов, уҡытыусылар, тәрбиәселәр уйындар тураһында фекерҙәре менән бүлеште. Сарала шулай уҡ Башҡортостан башлығы гранты фонды белгесе Әлиә Әбдрәхимова, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетынан Ләйлә Хөсәйенова ҡатнашты. «Тамыр» балалар телеканалының етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина проект авторҙарына изге теләктәрен еткерҙе.

— Башҡорт телен үҫтереү, популярлаштырыу буйынса идеяларығыҙ булһа, ойошмабыҙға рәхим итегеҙ, беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, — тип белдерҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Йосопова.