Иғтибар, конкурс!
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Республика халыҡтары телдәре» ҡанунын үтәүҙә «Башҡортостан Республикаһының иң грамоталы муниципаль берәмеге» беренсе республика конкурсын иғлан итә.
Конкурста респуюликаның муниципаль берәмектәре (райондар, ҡалалар) ҡатнаша ала. Конкурстың төп маҡсаты — башҡорт һәм рус телен дәүләт телдәре булараҡ популярлаштырыу, ойошма-предприятиеларҙың, географик объекттарҙың һ.б. алтаҡталарындағы хаталарҙы төҙәтеү.
Конкурсты үткәргән саҡта муниципаль берәмектәр администрацияларының «Рәсәй халыҡтары телдәре» һәм «Башҡортостан халыҡтары телдәре» ҡанундарының үтәлешен ойоштороу буйынса эштәренең сифаты баһаланасаҡ. Шулай уҡ төп критерийҙарҙың береһе — «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» цифрлы ярҙамсыһын t.me/bashnamebot һәм «Баштәржемә» программаһын aispp.ru ҡулланыу. Был программа башҡорт теленән рус теленә, рус теленән башҡортсаға сертификатлы тәржемә яһау мөмкинлеген бирә.