«Бикбай уҡыуҙары»
Өфөләге 102-се башҡорт гимназияһында бөгөн «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы үтә.
Ҡатнашыусыларҙың сығыштары 4 номинацияла баһалана:
1.“Башҡортостан бында башлана”
2. «Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел, биҙәр өсөн тыуа донъяға»
3. “Халҡыма хат”
4. “Минең яҙмышым”
Жюри ағзалары исемлегендә — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы хеҙмәткәре Фәнзилә Ғәзизова.





