Башҡорт алфавиты өсөн яңы 30 төрлө шрифт

Беҙ башҡорт алфавиты өсөн 30 төрлө шрифт булдырыу һәм ҡулайлаштырыу буйынса үҙенсәлекле проект өҫтөндә эште тамамланыҡ. Хәҙер һәр дизайнер, нәшриәтсе һәм башҡорт телен һөйөүсе уларҙы үҙ проекттарында бушлай файҙалана ала.

❗Ни өсөн был мөһим?
Беренсенән, был башҡорт телендәге график материалдарҙың сифатын яҡшырта. Нәшриәт, уҡытыусылар һәм киң мәғлүмәт саралары эшен ябайлаштыра.

Бөтә шрифттарҙы махсус сайттан инеп алырға мөмкин: fonts.bsfond.ru . Шулай уҡ телеграмм-ботҡа инеп алыу мөмкинлеге бар: t.me/BashShriftBot .

Проектты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм «Мираҫ» йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды тормошҡа ашыра.

Һанлы мөхиттә башҡорт теле үҫешенә булышлыҡ итегеҙ — яңылыҡты дуҫтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!