Башҡортса китап уҡыу буйынса марафон дауам итә!









Башҡортса китап уҡыу буйынса марафон дауам итә!Унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.Конкурс 2 турҙа үтә. Шарттары ябай:Беҙ һеҙгә махсус төҙөлгән исемлек тәҡдим итәбеҙ, һеҙгә шул исемлектән китаптарҙы табып уҡырға (электрон вариантта ла мөмкин) һәм шул хаҡта социаль селтәрҙәрҙә постар яҙып һалырға кәрәк.Постҡа #БашкортостанЧитающий2024#БашҡортостанУҡый2024 тигән хештегтарҙы ҡуйырға онотмағыҙ — шул хештег аша һеҙҙең ҡатнашыуығыҙҙы белә аласаҡбыҙ. Китап уҡыу туры 2 сентябрҙән 1 мартҡа тиклем дауам итәсәк.1 марттан 1 майға тиклем марафонда ҡатнашыусыларҙың белемен тикшереү өсөн тест үтергә тәҡдим итәсәкбеҙ. Ул турала мәғлүмәт һуңғараҡ төркөмөбөҙҙә булыр.Тест һөҙөмтәһендә 15 еңеүсе билдәләнә. Еңеүеләрҙе ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар көтә. Тест үтеүселәрҙең барыһына ла электрон ҡатнашыусы сертификаттары тапшырыласаҡ.Китап уҡыу марафоны «Башҡортса интернет-серфинг» проекты сиктәрендә үткәрелә. Проект Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.#БашкортостанЧитающий2024#БашҡортостанУҡый2024