2019 йылдан алып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телде үҫтереү һәм популярлаштырыу юҫығында бихисап эштәр алып бара.

2019 йылдан алып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телде үҫтереү һәм популярлаштырыу юҫығында бихисап эштәр алып бара. Аҙаҡҡы биш йыллыҡта ойошма ҡала, республика кимәлендә генә түгел, бөтә ил һәм халыҡ-ара кимәлдә саралар үткәрә.

Һеҙ барығыҙ ҙа белгән, ҡатнашҡан Башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы 2019 йылдан алып халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеп, йыл һайын үткәрелгән матур ғаилә байрамына әүерелде. Оффлайн майҙансыҡтарҙа милли кейем менән килеп, аралашып, рух йыйып ҡайтыу күптәр өсөн көтөп алған сара.

2023 йылда онлайн форматта халыҡ-ара кимәлдә Башҡорт теленән олимпиада https://basholimpiada.ru/ru/ үткәрелде. Сарала 67 Рәсәй регионы, 23 төрлө ил вәкилдәре ҡатнашты. Биш көн дауамында барған сарала барлығы 27 614 кеше: башланғыс кимәлдә 17 557, иркен аралашыусылар кимәлендә 8 843, башҡорт теленең диалекттары кимәлендә 1 214 кеше белемен тикшерҙе.

Ойошма тарафынан телде үҫтереү ысулдары офлайн саралар үткәреүҙә генә түгел, ә цифрлаштырыу юҫығында ла алып барыла. Быға https://bashkortsoft.ru/ , https://app.bashkorttele.ru/ , https://ramigaripov.ru/ сайттары асыҡ дәлил. Йәштәрҙе телде, тарихты, мәҙәниәтте өйрәнеүгә йәлеп итеү өсөн тағы ла бер ысул форматында ойошма тарафынан квиз уйындары үткәрелә. Улар башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте, батырҙар тормошо, республика тарихы, эпостарға арнала. Бер уйында 100 кешегә тиклем ҡатнашып, үҙ белемен тикшерә ала.

Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн дөрөҫ ғаризалар тултырыу өсөн «Эшлекле башҡорт теле», телде өйрәнеү өсөн «Яңы ҡараш», балалар баҡсаһы өсөн «Әкиәттә ҡунаҡта» уҡыу әсбаптары баҫылды. Телевидение һәм интернет-медиа өсөн «Бергә башҡортса» «Башҡорт теленә яңы ҡараш» сюжетлы сериалдар төшөрөлдө. Ике сериал бер-береһенә бәйле, беренсеһе олораҡ аудитория өсөн булһа, икенсе сериал үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән.

Шиғриәтте популярлаштырған төбәк-ара «Минең Рәми» конкурсы 2022 йылда бер-нисә ай дауамында үткәрелеп, шағирҙың ижадына күп иғтибар йәлеп иттерҙе. Ә эске туризмды күтәргән «Блог-тур» блогерҙар проекты Башҡортостандың матурлығын күрһәтеп кенә ҡалманы, шулай уҡ милли баҫмаларҙа ла ҙур сағылыш тапты.

Әлеге ваҡытта ойошма тарафынан һәр теләүсегә телде үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеге бирелде: теләгән кеше үҙ идеяһын проект итеп яҙып, финанс яҡтан ярҙам алыу мөмкинлеген алды. Барлыҡ эштәр араһынан эксперт комиссияһы икенсе этапҡа 87 эш араһынан 11 проект һайлап алды. Еңеүселәрҙе бүләкләү 14 декабрь үтә.

Һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк — ошо барлыҡ бихисап эштәр республика башлығы Радий Хабиров Фәрит улы ярҙамлығында тормошҡа ашырыла һәм телде һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.