9-10 ноябрҙә Өфөлә «Глобаль саҡырыуҙар шарттарында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу» Бөтә Рәсәй форумы уҙа.

Сараның маҡсаты – дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен һәм проблемаларын тикшереү, власть органдары һәм мәғариф системаһы вәкилдәре, ғилми йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары, уҡыусылар һәм башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләр өсөн тәжрибә һәм белем уртаҡлашыу майҙансығы ойоштороу.

Сарала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ла ҡатнашты. Форум ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары ошойманың күләмле проекттары менән таныша ала.

#БашФонд#БашкортТеле