10 ноябрҙә Ғафури районында Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында башҡортса квиз-уйыны уҙҙы.
Унда Ғафури районының 10 мәктәбенән командалар ҡатнашты: Мағаш тауы, Кейекбай тоҡомдары, Башҡортостан йөрәге (Имәндәш), Ҡауарҙылар, Патриоттар, Башҡорттар, Мәжитовсылар, Аҡбуҙат, Ватан, Дуҫлыҡ. Уҡыусылар Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Иң күп балл йыйып, еңеү яулаусы командалар:
I — Кейекбай тоҡомдары (Сәйетбаба урта мәктәбе)
II — Мәжитовсылар (Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты)
III — Патриоттар (Красоусол ауылының 3-сө мәктәбе)
Еңеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ! Барлыҡ командаларға ла әүҙемлектәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
