Шаулап-гөрләп квиз-уйын үтеп тә китте!

Кисә Өфөлә 10 йыйылма команда башҡорт батырҙары тормошон ни хәтле яҡшы белеүен тикшерҙе. Уйын булғас, еңеүселәр ҙә бар:

1 урын — «Байбисәләр» йыйылма командаһы;
2 урын — «Һалтаусылар», «Баш ҡала мәғрифәтселәре», «Аманат» командалары;
3 урын — «Аҡмулла», «Сәләм» командалары.

Ҡотлайбыҙ! Һәм үҙ белемен тикшереп ҡарарға теләүселәрҙе 8 ноябрь киләһе уйынға саҡырабыҙ. Ул «Башҡортостан тарихы» темаһына арнала.

Проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ#ГрантыРБ