БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ

20 апрель «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2023» акцияһы үткәрелә! Сара онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола.

2023 йылдың 20 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
📎 11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр диктант яҙа;
📎11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар диктант яҙа;
📎 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙа.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға Bashdiktant2023@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2023 йылдың 23 апреле 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

Акция ҡатнашыусыһы булып енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

#башҡорттелендәдиктант#башдиктант#башдиктант2023
#диктантпобашкирскомуязыку#башҡортсадиктантяҙам#Башкортостан#БашФонд