БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ БУЙЫНСА КВИЗ-УЙЫН

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ БУЙЫНСА КВИЗ-УЙЫН

30 март 17:00 сәғәттә Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты базаһында башҡорт телендә Квиз үтте.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» сығыш яһаны.
Квиз-уйын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Был уйын Башҡорт әҙәбиәтенә арналды һәм үҙ эсенә төрлө һорауҙырҙы алды: викторина, картиналар һәм музыкаль викторина. Ҡатнашыусы командалар беренсе раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 1, икенсе раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 2 һәм өсөнсө раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 3 балл йыйҙы.

Раундтар араһындағы тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың Гөлнара һәм Азамат Ғариповтарҙың балалары ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырылды.

Уйынға Өфө ҡалаһының мәктәптәренән уҡытыусылар командалары йыйылды.

Һөҙөмтәлә киләһе командалар еңеүсе булды: Өфө ҡалаһы мәктәптәренең йыйылма «Ете ҡыҙ» командаһы — 1-се урын, «Беренселәр» командаһы 2-се урын һәм Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһынан «Рәссамдар» командаһы — 3-сө урын. Һәр команда еңеүсе кубогын алды, ә һәр ҡатнашыусы — махсус рәүештә ошо уйын өсөн әҙерләнгән йәбештергес башҡорт стикерҙары.

Саранан фотолар: https://vk.com/album-182678571_292462199

#БашФонд#БашҡортТеле#МиллиМузей