БАШҠОРТ ЭПОСТАРЫ БУЙЫНСА КВИЗ-УЙЫН

БАШҠОРТ ЭПОСТАРЫ БУЙЫНСА КВИЗ-УЙЫН

28 март 19:00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы базаһында башҡорт телендә Квиз үтте.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» сығыш яһаны.
Квиз-уйын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Был уйын Башҡорт эпостарына арналды һәм үҙ эсенә төрлө һорауҙырҙы алды: викторина, картиналар һәм музыкаль викторина. Ҡатнашыусы командалар беренсе раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 1, икенсе раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 2 һәм өсөнсө раундта һәр дөрөҫ яуап өсөн 3 балл йыйҙы.

Раундтар араһындағы тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың Гөлнара һәм Азамат Ғариповтарҙың балалары ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырылды.

Уйынға Ҡурай-ТВ телеканалы, Мәғариф системаһының республика ресурс үҙәге, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Журналистарҙың йыйылма командаһы, Ата-әсәләр комитеты, Республика халыҡ ижады үҙәге, Милли музей, Өфө ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге командаһы, Юлдаш + йәштәр радиоһы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, «Нөктәләр» йыйылма командалары килде.

Һөҙөмтәлә киләһе командалар еңеүсе булды: Республика халыҡ ижады үҙәге командаһы — 1-се урын, Милли музей командаһы 2-се урын һәм Өфө ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге командаһы — 3-сө урын. Һәр команда еңеүсе кубогын алды, ә һәр ҡатнашыусы — махсус рәүештә ошо уйын өсөн әҙерләнгән йәбештергес башҡорт стикерҙары.

Саранан фотолар:
https://vk.com/album-182678571_292431773

#БашФонд#БашҡортТеле#МиллиМузей