«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал» проекты

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының һәм Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал» проекты сиктәрендә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материалдар (әкиәттәр менән сағыу китаптар, кубиктар, пазлдар) әҙерләп баҫтырыу бөттө. Әлеге ваҡытта ошондай сағыу кубиктар һәм пазлдар беҙҙең офисҡа килде.

Һәр әкиәт буйынса китапта QR-код бар. Шул QR-код аша үтеп, әкиәттәрҙең аудио вариантын да тыңларға була.

Проектты презентациялау үткәндән һуң һәр теләүсегә был китап һәм пазлды беҙҙән килеп алырға мөмкин буласаҡ. Тик бер ҡулға бер комплект ҡына дидактик материалдар бирелә.
Материалдарҙы таратыу башланғас та беҙ сәхифәбеҙҙә иғлан яһарбыҙ.

Дидактик материалдың авторҙары — Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, Галина Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы, Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ