Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстар тәҡдим итеү буйынса конкурс иғлан итәбеҙ!


Йыл да үткәрелгән Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстар тәҡдим итеү буйынса конкурс иғлан итәбеҙ!

Конкурсҡа өс төрлө темаға текстар ҡабул ителә:
— башҡорт телендә иркен аралаша белеүселәр өсөн (220 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — Башҡортостанда Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арналған текст;
— башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған текст;
— башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына арналған текст.

Эштәрҙе bashdiktant2023@mail.ru электрон почтаһына 3 апрель 23:00 тиклем ебәрә алаһығыҙ.

Һәр йүнәлештә бер еңеүсе буласаҡ, улар 5000 һум кимәлендә приз ала һәм ошо авторҙың тексы Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыла. Еңеүселәр ойоштороу комитеты тарафынан билдәләнә.

#БашФонд#БашҡортТеле#БашДиктант2023