БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫ ТУРАҺЫНДА КВИЗ-УЙЫН

2 март 16:00 сәғәттә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты базаһында башҡорт телендә Квиз үтте.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» сығыш яһаны.

Квиз-уйын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Был уйын проект сиктәрендә өсөнсө сара булып торҙо: беренсе уйын Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған ине. Икенсе уйын Салауат Юлаев, генерал Шайморатов, Алдар Иҫәкәев, Каранай Моратов, Шәғәли Шаҡман кеүек башҡорт батырҙарының тормошо һәм эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙарҙан торҙо. Өсөнсө уйындың күпселеген Башҡортостан тарихына арналған һорауҙар тәшкил итте. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм Урал батыр эпосы темаларына тағы өс уйын үткәреү планлаштырыла. Бер уйында һәр береһендә 10-шар кешенән торған 15-кә яҡын команда ҡатнаша ала. Унда ҡатнашыу — бушлай.

Раундтар араһындағы тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың Гөлнара һәм Азамат Ғариповтарҙың балалары ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырылды.

Квизда киләһе командалар еңеүсе булды: «Арба» (1) командаһы — 1-се урын, «Йүрүҙән»(10) командаһы 2-се урын, «Йүрүҙән»(5) командаһы — 3-сө урын. Һәр команда еңеүсе кубогын алды, ә һәр ҡатнашыусы — махсус рәүештә ошо уйын өсөн әҙерләнгән йәбештергес башҡорт стикерҙары.

Март айҙарында тағы ла 3 квиз ойошторасаҡбыҙ, яңылыҡтарҙы беҙҙең төркөмөндә ҡарап барырға мөмкин.

Фото: https://vk.com/album-182678571_291905389

#БашФонд#БашҡортТеле#БГПУ