«Теле барҙың – иле бар» тип аталған шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһайбыҙ!

«Теле барҙың – иле бар» тип аталған шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһайбыҙ! Барлыҡ ҡатнашыусылар араһында баһалама ағзалары 3 еңеүсене һайлап алды.

Еңеүселәрҙе бәләкәй генә бүләктәрҙе Өфө ҡалаһы, Цюрупы урамы, 17 йорт (инеү урыны ЦППК), 6 ҡат, 3 кабинеттан март аҙағына тиклем килеп алуығыҙҙы һорайбыҙ. Шулай итеп, конкурстың иң шәп эштәре:

✅ 1-се урын: Әнисә Мәхийәнова-Галина.

Телебеҙ бай -тыуған ер кеүек.

Зарлы булһа ла ул — ярлы түгел,
Иң бай,иң зиннәтле телебеҙ!
Ҡурай моңдарына ҡушылып йырлар
Моң даръяһы туған телебеҙ.

Ҡыу ҡурайҙы йырлы ҡорал итеп,
Моңо менән илде сорнаған,
Сәңгелдәктә ятҡан сағыбыҙҙан
Йырын -көйөн йәнгә ураған.

Шомло түгел,моңло минең телем,
Башҡорт балы кеүек татлы ла,
Ҡанаттарын елпеп әкиәткә
Алып инер Аҡбуҙ атлы ла.

Телебеҙ аша хистәр түгелә лә,
Йырҙар тыуа шиғыр юлынан.
Илен яҡлар илһөйәрҙәр яһай,
Киң күңелле башҡорт улынан.

Зарлы булһа ла ул -ярлы түгел,
Телебеҙ бай -тыуған ер кеүек!
Шуғалыр ҙа,халҡым йәне менән
Туған телдең йәне бер кеүек!

✅ 2-се урын: Нурзилә Ҡасҡынова.

Һин башҡортмо тип һорамағыҙ,
Башҡортлоғом сыҡҡан йөҙөмә.
Күҙҙәремдән, тотошомдан хатта
Милләтемдең һыны күренә.

Мин башҡортмон, туған телем аша
Асам хазинаһын халҡымдың
Ата-бабам мираҫ итеп биргән
Йолаларын, бейеү, йыр-моңон.

Ошо аманатты сайпылдырмай
Тапшырыу бурысы иңемдә.
Киләсәктә беҙҙән ҡалған быуын
Һөйләшһендәр тыуған телендә.

Шунда ғына тере булыр халҡым
Йәшәр уның йыры, иле лә.
Уның өсөн көн дә һөйләш, башҡорт,
Моңло, рухлы туған телеңдә.

✅ 3-сө урын: Фәйрүзә Кинйәбаева
Бай телем

Ҡайҙалыр ҡойо кисәләр,
Мин ҡойонан һыу эсәм.
Ошо күренештең серен,
Дуҫтар, һеҙгә лә сисәм.

Өйҙә сәйнүккә сәй ҡуям,
Баҡырсаға — бесәндә.
Һайғау — түшәм йыуаһым бар,
Сәйгенәмде эсәм дә.

Балҡып тора хәҙер өйөм,
Мин урамдан кереүгә.
Буйлы балаҫ түшәп ҡуйҙым,
Түшәмәнем дирүгә.

Сүлмәктә аш бешеп сыҡты,
Табаҡҡа алайыммы?
Әллә ейәнсураларса
Аяҡҡа алайыммы?

Ижау менән һоҫайыммы
Әллә сүмес менәнме?
Тәгәскә аш бүләйемме
Әллә сеүәтәгәме?

Беҙҙә туҡмасҡа ҡамырҙы
Уҡлау менән йәйәләр.
Баймаҡтарҙа — туҡмастаяҡ,
Ашҡа һалма киҫәләр.

Ҡустым, ултыр ултырғысҡа,
Мыртый, ултыр бүкәнгә.
Картуф боҫрай ҙур туҫтаҡта,
Аш бүлмәйем бүтәнгә.

Һеңлем ҡулъяулыҡтар сигә,
Ә һылыуым — карманай.
Еңгәләрем шал бәйләйҙәр,
Шәл тиеүгә ҡарамай.

Ирҙәр беҙҙә бүрек кейә,
Тупый кейгәндәр ҙә бар.
Кәпәс кейеүселәр бик әҙ,
Шәпкә кейә ҡалғандар.

Күҙҙәрем йомолоп килә —
Бәҫтән таямын инде.
Юрған ябынып ятайым,
Тунды ябынмам инде.

… Төрлө ерҙә төрлө һөйләш,
Телем ниндәй бай бына!
Сит ерҙәрҙә йөрөп ҡайтһам,
Телем танһыҡ бал ғына!

#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки