Өфө университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Федераль олимпиада үтте

Өфө фән һәм технология университетында уҡыусыларҙың туған телдәр һәм Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте (башҡорт теле һәм әҙәбиәте) буйынса Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уңыштар теләне.

Быйыл олимпиаданың һайлап алыу турында 8-11 кластарҙан 514 уҡыусы ҡатнашты. Олимпиада ике этапта үткәрелде. Икенсе этапҡа Башҡортостандың 20 районынан, 7 ҡалаһынан һәм Өфө ҡалаһының 6 лицей һәм гимназияларынан 228 уҡыусы үтте.

Мәктәп уҡыусыларының Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы олимпиадалары исемлегенә индерелгән беренсе һәм әлеге ваҡытта берҙән-бер олимпиада.

#БашФонд#БашҡортТеле#уунит