РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ ТОРМОШО ҺӘМ ИЖАДЫ ТУРАҺЫНДА КВИЗ-УЙЫН



10 февралдә 18:00 сәғәттә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатында башҡорт телендә Квиз-уйын үтте. Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 12 февралдә үтәсәк тыуған көнөнә арналды.
Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» сығыш яһай.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла һәм 6 тапҡыр төрлө темаларға уҙғарыла. Әгәр беренсе уйын Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналһа, артабан уйындар башҡорт мәҙәниәте, тарихы, әҙәбиәте һәм Урал батыр эпосы темаларына уҙғарыласаҡ. Бер уйында һәр береһендә 10-шар кешенән торған 15-кә яҡын команда ҡатнаша ала. Уйында ҡатнашыу — бушлай.
«Саранан ҡатнашыусылар яңы белем менән ҡайтып китәсәк: һәр раундтан һуң, барлығы өсәү, беҙ ҡатнашыусыларға дөрөҫ яуаптарҙы бирәбеҙ. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: уйын тулыһынса башҡорт телендә үткәрелә — был халыҡ араһында башҡортса һөйләшеү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә», — тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.
Раундтар араһында тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың балалары Гөлнара һәм Азамат Ғариповтарҙың ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.
Һөҙөмтәлә түбәндәге командалар еңеүсе тип табылды: 4-се команда — 1-се урын, 1-се команда — 2-се урын, 8-се команда — 3-сө урын. Был командалар еңеүсе кубогын алды, ә һәр ҡатнашыусы — махсус рәүештә ошо уйын өсөн әҙерләнгән йәбештергес башҡорт стикерҙары менән бүләкләнде.
Февраль һәм март айҙарында тағы ла 5 квиз ойоштороласаҡ, яңылыҡтарҙы беҙҙең төркөмдә ҡарап барырға мөмкин .
Фотолар Динис Ялмурзин: https://vk.com/album-182678571_291510415