Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың сайты барлыҡҡа килде

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың сайты барлыҡҡа килде

Һанлы ресурс биттәрендә https://ramigaripov.ru/ башҡорт классигының ижади мираҫын йыйыу күҙаллана. Бында шулай уҡ классиктың тәржемәләре, ҡулъяҙмалары, гәзит мәҡәләләре һәм һүрәттәре, замандаштарының хаттары һәм уның хаҡында иҫтәлектәр урынлаштырыласаҡ.

Халыҡ шағирының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан эшләнгән сайт Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Башҡортостан Башлығы гранты, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, «Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан тормошҡа ашырыла. Сайт өҫтөндә эшләгәндә шағирҙың балалары — Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар туранан-тура ҡатнаша.

Цифрлы ресурс Рәми Ғариповтың ижади мираҫын һәм биографияһын виртуаль һаҡлағысҡа әүереләсәк. Шағирҙың ижадына һәм тормошона арналған ғилми мәҡәләләр һәм китаптар, уның әҫәрҙәрен башҡа телдәргә тәржемә итеү унда үҙ урынын биләй. Ресурс интернет менән ҡулланыусыларҙың киң даирәһе өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип көтөлә. Классиктың ижадын хөрмәт итеүселәрҙән тыш, сайттағы материалдар менән әҙәбиәтсе-ғалимдар, уҡытыусылар, тәржемәселәр һ.б. файҙалана ала.

— Шағирҙың балалары атаһының ҡулъяҙмалары менән архивты ентекле һаҡлауы ҡыуаныслы. Мәғлүмәт эҙләүҙә беҙ шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы архивына мөрәжәғәт иттек, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондтарын өйрәндек. Телевидение һәм радио архивтарында шағирҙың сығышын, уның хаҡында тапшырыуҙар яҙмаларын тыңланыҡ, — тип һөйләй сайттың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова проект өҫтөндә эшләү барышы тураһында.

Рәми Ғариповтың архивынан ҡайһы бер материалдар тәүгә донъя күрәсәк. Улар араһында — Рәми Ғарипов тәржемәһендә Иван Франконың хикәйәләре, улар быға тиклем өлөшләтә генә баҫылған. Сайт материалдары, шул иҫәптән, шағирҙың биографияһына төҙәтмәләр индерәсәк. Мәҫәлән, 1950 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында Рәми Ғариповтың «Ленин» шиғыры ваҡытлы матбуғатта тәүге баҫма була, тип һанайҙар. Биографияны ентекле өйрәнгәс, ресурс авторҙары 1949 йылда авторҙың тәүге баҫмаһын таба. Йәш шағир унда үҙенең осоусы булырға теләүе хаҡында бәйән итә.

Сайтты әле инеп, өйрәнергә мөмкин, әммә биттәрҙе тулыландырыу өҫтөндә эш бөгөнгәсә дауам итә.
— 1977 йылда, әҙип үлгәндән һуң, Башҡортостан Яҙыусылар союзының шағирҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса комиссияһы Рәми Ғарипов тураһында мәғлүмәт йыйыу тураһында иғлан баҫтырып сығара. Улар фотографиялар, телеграммалар, хаттар, открыткалар, ҡулъяҙмалар — дуҫтарында, таныштарында, туғандарында һаҡланырлыҡ бөтә нәмәне ебәреүҙәрен һораған. Был иғлан бөгөн дә актуаль. Синыфташтарының һәм төркөмдәштәренең ғаилә альбомдарында уның менән уртаҡ фотолар булыуы мөмкин. Бәлки, ул кемгәлер үҙенең һүрәттәрен бүләк иткәндер йәки хаттар яҙғандыр. Өҫтәүенә, байтаҡ шағирҙарҙың шиғырҙарҙы тыуған ерендә ҡалдырыу ғәҙәте бар. Мәҫәлән, Шәйехзада Бабичтың ижады бөтә тарихи Башҡортостан буйлап йыйылды, — тип һөйләй Гөлсәсәк Саламатова.

“Сайттың эшләй башлауы — Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереү буйынса дөйөм эшмәкәрлегебеҙҙең башы ғына”, — тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ресурс авторҙары.

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ