«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал»

Бөгөн М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында үткәрелгән тәрбиәселәр өсөн квалификация күтәреү курстарына йомғаҡлау сараһы үтте. Сара «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал» проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Квалификация күтәреү курстарында 120 тәрбиәсе ҡатнашты, ҡатнашыусылар барлыҡ республиканан булыу сәбәпле, уҡытыу онлайн форматта үткәрелде. Уҡыу программаһы 3 өлөштән торҙо: «Педагогтың норматив базаһы» , «Мәктәпкәсә белем биреү технологияһы» һәм «Педагогтың профессиональ компетентлығы». Дәрестәр 8 ноябрҙән 22 ноябргә тиклем барҙы.

Йомғаҡлау сараһында курс ҡатнашыусылары иҫәбенән Мәләүез ҡалаһының 15 һанлы Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Хисмәтуллина Ғәлиә Мәдйәр ҡыҙы сығыш яһаны. Шулай уҡ, Салауат ҡалаһының 50-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Сәйфуллина эш барышында ҡулланған төрлө алымдар менән бүлешеп үтте.

Квалификация күтәреү танытмаһын Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Рәүил ҡыҙы Йосопова тапшырҙы.

«Беҙҙең республикала балалар баҡсаһында башҡорт телен төптән өйрәнгән, уҡыу барышында яңы, ҡыҙыҡлы инструменттар белгән 120 тәрбиәсе барлыҡҡа килде. Бәләкәй балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләү өсөн бик ҙур эш атҡарып сыҡтыҡ, тип иҫәпләйем,» — тип һөйләп үтте курстың етәксеһе педагогия фәндәре кандидаты, доцент, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире Таһирова Сәлимә Айбулат ҡыҙы.

🌐 Проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Республика Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ошо сәбәпле уҡыу процессы барлыҡ тәрбиәселәр өсөн дә бушлай булды.

#Башкортостан#БашФонд#ФСГОРБ