12 сентябрҙә Ставрополье крайында тәүге тапҡыр «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» конкурсы башлана.

Конкурсты Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ойоштора, еңеүселәрҙе Рәсәйҙең «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәре менән бергә Кремлгә саҡырасаҡтар.

 Беҙҙең республиканан «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2022» конкурсы еңеүсеһе, Өфө ҡалаһының 107-се лицейы уҡытыусыһы Ишдәүләтов Мирас Рәшит улы ҡатнаша. Әле конкурсанттар өсөн тауыш биреү бара, ҡушылыуығыҙҙы һорайбыҙ.

 Был мәғлүмәтте башҡа чаттарға ла таратырға мөмкин: https://vk.com/wall-213970634_594?w=wall-213970634_594

#Башкортостан#БашФонд