«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының 2-се этабы асыҡ тип иғлан ителә!

2-се тур ҡатнашыусылары өсөн тауыш биреү https://bash.news/konkurs/rami-garipov сайтында 26 август теүәл 15:00 сәғәттә асылды. Тауыш биреү лайктар буйынса бара. Һәр категориялағы ҡатнашыусы өсөн тәүлегенә бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин. Бер тәүлектән һуң һеҙ оҡшаған ҡатнашыусы өсөн йәнә тауыш бирә алаһығыҙ.

Конкурсты ойоштороусылар — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Башҡортостан» дәүләт унитар телерадиотапшырыуҙар компанияһы.

 Конкурс Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Республика Башлығы гранты ярҙамында үткәрелә.

#БСТ#МинеңРәми#МинеңРәми90#БашФонд#ФСГОРБ