Бишенсе, юбилей «Аҫылташ» форумы шаулап-гөрләп үтеп тә китте

2022 йылдың бишенсе, юбилей «Аҫылташ» форумы шаулап-гөрләп үтеп тә китте.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды был сарала әүҙем ҡатнашты: Фонд директоры Гөлназ Рәүил ҡыҙы Йосопова форумда ҙур мәҙәни сараларҙы үткәреү тураһында фекер алышыу майҙансығында сығыш яһаны. БашФонд белгесе Наҙгөл Ҡасимова ҡатнашыусылар өсөн Төнгө специфик-театр ойоштоҙо, форумға бер-нисә йыл рәттән килеүселәр өсөн «Аҫылташ» бренды амбассадорҙары исемен биреү менән шөғөлләнде.

Артабан, Гөлназ Рәүил ҡыҙы һәм Наҙгөл Ҡасимова Гранттар яҙырға өйрәнергә теләүселәр өсөн сығыш яһап, уларҙың эштәренә баһа бирҙеләр.

Фонд белгесе Айбулат Йәмилев, «Аҫылташ» форумы директоры, дүрт көн буйына майҙансыҡта булып, форумдың эшен етәкләп барҙы.

🌐«Аҫылташ» форумы йыл һайын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән тығыҙ эшмәкәрлек алып бара. Артабан да ошо юҫыҡта эшләргә яҙһын, тип теләп ҡалабыҙ.

#БашФонд#Башкортостан#Уфа#БашҡортТеле