Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ форумы-2022
2022 йылдың 17 июнендә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ форумы-2022 ойошторола. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ла был сарала үткәсәк туған телдәргә арналған майҙансыҡта сығыш яһай.
Форумда дәүләт органдары, Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәте институттары, Рәсәйҙең төбәк грант операторҙары, республиканың коммерцияға ҡарамаған секторы, урындағы үҙидара органдары, территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡ, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм әүҙем граждандар ҡатнаша.
Форумда түбәндәге сараларҙың үтеүе күҙаллана:
— гранттар өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре;
— көнүҙәк мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр;
— төбәктә граждандар йәмғиәтен үҫтереү;
— төрлө ойошмаларҙың проекттарын экспресс-ҡарау;
— төрлө ойошмаларҙың иң яҡшы тәжрибәләре күргәҙмәһе һәм башҡалар.
📲 Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ форумында ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә кәрәк: https://форумнкорб.рф/ .
❗Теркәлеү 15 июнгә тиклем дауам итә.