БАРЫҒЫҘҒА ЛА РӘХМӘТЕБЕҘҘЕ БЕЛДЕРӘБЕҘ!

Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантта ҡатнашҡан һәр кешегә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һөҙөмтәләр биреү әле иртә, сөнки эштәрҙе 24 апрель 23:59 сәғ. тиклем ҡабул итәбеҙ. Бөтә Башҡортостан буйлап 1500 яҡын офлайн-майҙансыҡ эшләп килде.

Барлыҡ һандар менән тиҙҙән таныштырырбыҙ, әлеге ваҡытта ойоштороусылар мәғлүмәт йыйыу менән мәшғүл. Фотоһүрәттәрегеҙҙе #БашДиктант2022#башҡорттелендәдиктант хештегтары менән һалыуығыҙҙы дауам итегеҙ!

Тура эфирҙа яҙып өлгөрә алмағандар өсөн диктанттың рәсми сайтында https://bashdictant.ru/ һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Хештег буйынса фотоһүрәттәр ошо көндәреальбомға һалынып барасаҡ: https://vk.com/album-182678571_284134327

#БашДиктант2022#диктантпобашкирскомуязыку#башҡорттелендәдиктант#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар