Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант диктаторҙары һәм оффлайн майҙансыҡтары

Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, 23 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә һәм телеграм каналында диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлайҙар.
— сәғәт 11-ҙән 11:25 сәғәткә тиклем — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
— 11:30 сәғ. алып 12:00 сәғ. тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
— 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.

Төп оффлайн майҙансыҡтар Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ойошторолған. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеген https://bashdictant.ru/ сайтында ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ, сайтта үҙеңдең оффлайн майҙансығыңды теркәү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Теркәлгәндән һуң, улар «Бөтә майҙансыҡтар» бүлегендә сағылыш табасаҡ.

Акцияның диктаторҙары итеп йыл һайын йәмәғәт фекере алдынғылары тәғәйенләнә. Быйыл да был матур йола ситтә ҡалманы.

Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында еңеүсе — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн.
Урал Таһир улы Килсенбаев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн.
Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нурыева, М.Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙегенең баш белгесе — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларҙы акциянан фотоһүрәттәрҙе социаль селтәргә һалырға һәм #БашДиктант2022#башҡорттелендәдиктант хештегтарын ҡуйырға саҡырабыҙ.

#БашДиктант2022#диктантпобашкирскомуязыку#башҡорттелендәдиктант#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар