Милли кейем көнө менән!

Бөгөн, 15 апрель, сәғәт 15:00-тә Йәшлек-хауста «Уфтанма» башҡорт ижади лабораторияһының Милли кейем көнөнә арналған сараһы үтте. Был байрамды республикала 2020 йылдан алып үткәрәләр, ул йылына ике тапҡыр — апрелдә һәм сентябрҙә уҙғарыла.

Сараға баш ҡаланың төрлө университеттарынан төрлө милләт вәкилдәре йыйылды. Байрамды М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Нурзилә Күлгәрина асты. Ул ҡунаҡтарҙы башҡорт ерендә сәләмләп башҡорт бейеүен башҡарҙы. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Очилова Мөслимә тажик телендәге шиғырҙарын һөйләне. Үзбәкстан вәкиле Усманов Мөхәмәтҡадир ҙа туған телдәге шиғырҙар менән сығыш яһаны. Һиндостан вәкиле Неха Сагар милли бейеү бейене.
Сарала шулай уҡ төрлө телдәрҙә йырҙар яңғыраны: Шивани Кумари һәм Шивам дуэты, Һиндостан вәкилдәре, хинди телендә йырланы, Бангладеш ҡунағы Рахман Нафис бенгаль телендә йыр башҡарҙы. Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты магистранты Бердиморатова Молдир ҡаҙаҡ телендә йырланы.
Көньяҡ Һиндостандан Йуватедж Доддегхата Рамеговда каннаданың дравид телендә йырланы. Мысырҙан Садек Такла скрипкала халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерҙе. Сара ҡунаҡтары араһында Тау-Алтай дәүләт университеты студенттары булды.

Милләт-ара байрамдың рәсми өлөшө тамамланғас, сараның тамашасылары һәм ҡунаҡтары үҙ-ара аралаша һәм бер-береһенең милли кейемдәре менән яҡынданыраҡ таныша алды.

Фото Айбулат Аҡбутин: https://vk.com/album-182678571_284003891

#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар