«Теле барҙың – иле бар» төбәк-ара шиғыр яҙыусылар конкурсы
«Теле барҙың – иле бар» төбәк-ара шиғыр яҙыусылар конкурсы еңеүселәре:
I урын — Йосопова Фәузиә, Ейәнсура районы:
Тыуған телем
Башҡорт теле! Тыуған телем!
Йәйғор төҫлө нурлы,ҡатлы!
Күңел түрендәге һәр бер һүҙең,
Наҙлы ғына, һутлы татлы!
Ишетәмен һәр өнөңдә,
Күгәрсендәр гөрөлдәүен,
Моңло ҡурай, салғы сыңын
Тоямын мин йөрәгемдә.
Тыуған телем – әсәм теле
Барҙыр кеүек тылсым көсөң.
Туңған йәнде иретерлек
Һәр бер өнөң, дауа төҫлө!
Тыуған телем! Белеп үҫтем
Тамырҙарыңдың ныҡлығын.
Шаулап үҫер имән кеүек,
Ҡәҙер итер килер быуын!
II урын — Баймурзина Әлфиә, Хәйбулла районы:
ТУҒАН ТЕЛЕМ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ
Туған телем – башҡорт теле
Ата-әсәм бүләге.
Хазиналар араһында
Һин бит иң-иң кәрәге.
Туған телемдә әсәйем
Бишек йырын йырлаған.
Халҡымдың гәлсәр шишмәләй
Моңона ул сорнаған.
Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы
Туған телем өйрәтә.
Нәҫел ебе, туғанлыҡты,
Барлау юлын күрһәтә.
Һәр тарафтан иҫкән елдәр
Ҡағылмаһын телемә.
Йәшәү өсөн телем кәрәк
Киләсәк милләтемә.
Туған телем – башҡорт теле
Ҡоромаҫ шишмә булһын!
Халҡыбыҙҙың бай тарихы
Туған телдә яҙылһын!
II урын — Әминова Гөлсәсәк, Нижневартовск ҡалаһы:
Балам тыуҙы.
Аҡ биләүгә төрөп
Аҡҡынанан бәхет юраным.
Килешлеһе кәрәк тигән булып,
Күҙ талдырып исем һайланым.
Көлмәһендәр, боҙоп әйтмәһендәр,
Ҡолаҡҡа ла булһын ятышлы.
Бының өсөн сит тел исемдәре
Бигерәк икән, тием, отошло.
Тәпәй китте балам. Тел генәһе
Әй, тәтелдәй, булмай туҡтатып.
Тел һайларға сират еткән дәһә,
Юл сатында ҡалдым туҡталып.
Киң офоҡтар кәрәк сабыйыма
Ул яуларға тейеш күп үрҙәр,
Туған теле уға артыҡ бер йөк,
Ауыл түгел, көтә бит сит ерҙәр.
Һуңғы телемемде бирһәм бирәм,
Мәхрүм итмәм, балам, бер ниҙән…
…әсәй имеш, аңлап етмәгәнмен
Айырыуым тамырыңдан, тыуған ерҙән.
Елдәр ҡыуған ҡамғаҡ кеүек хәҙер
Сит ерҙәрҙә ейә ризығын.
Бер йылы һүҙ көтә ғәзиз әсә,
Аңлай алмай улы ҡылығын.
Телдән мәхрүм бала – етем бала,
Уның бит юҡ моңо, юҡ көйө.
Күңелендә бушлыҡ. Юҡ шул, юҡ
Тел нигеҙе булған рух – өйө.
Балам тыуҙы.
Аҡ биләүгә төрөп
Аҡҡынанан бәхет юраным.
Салауатым тоҡомонан тиеп
Телле, түлле ғүмер һораным.
Амин!
III урын — Бикәнәсова Минира, Ауырғазы районы:
Туған тел
Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбамдың битен аса-аса
Башлап алдым тәүге ғилемде.
Әсәм теле хыял-уйҙарымда,
Йырҙарымда минең, аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел:
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып,
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар,
Һауам да бар әле һуларға.
Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул – ошо теләгем!
Саф башҡортса өләсәй тип, ана,
Йүгереп йөрөй янда ейәнем…
III урын — Ғәбитова Айзилә , Өфө ҡалаһы:
Балҡып тора күңелем
Башҡорт телем – үҙ телем,
Үҙ тупрағым, үҙ илем.
Үҙ телемдә ҡабатлайым
Иң ҡәҙерле тәү һүҙем.
Атай, әсәй, ерем, һыуым –
Әйтеп үҫкән һәр быуын.
Сит ерҙәргә киткәндә лә
Йырлармын башҡорт йырын.
Телеңде онот, тимәгеҙ,
Юҡ, онотмам үҙ телем!
Саф башҡортса һөйләшкәнгә
Балҡып тора күңелем!
III урын — Исламғәлиева Рәмзилә, Саҡмағош районы:
Башҡорт теле – минең туған телем!
Иң изге һәм нәфис тел бит ул!
Салауат һәм Аҡмулла һөйләшкән
Йырлы-моңло башҡорт теле шул.
Халҡым уны нисә быуын һаҡлап,
Изге мираҫ итеп үҫтергән.
Үҙ телкәйен өйрәтеүҙе балаға
“Минең бурыс,” – тип әсәләр күсергән.
Әсә бурысы ул – телде һаҡлау,
Бөгөнгө көндөң иң ҙур талабы.
Һәр бала ла телен яҡшы белһә,
Әсәйҙәргә булыр сауабы.
Ысын Әсә һәр саҡ телен яҡлар,
Иле киләсәген ҡайғыртыр.
Битараф ҡалмайынса телкәйенә,
Балаһына туған телен уҡытыр.
Мин ошондай изге кескәйҙәрҙе
Бар күңелем биреп уҡытам.
Туған башҡорт теленә өйрәтеп,
Киләсәккә нурҙар балҡытам.
Сәскәнән бал йыйған ҡорттай улар
Бик тырышып белем алалар.
Илем ышанысын аҡлар өсөн
Өмөтлө аҡ юлдар яралар.
Ныҡлы тура аҙымдар яһайбыҙ беҙ
Ҡарҙай ап-аҡ юлдар эҙенән.
Туған телен өйрәнгән һәр бер бала
Һис тә айырылмаҫ үҙенән.
Туған телем – моңло, наҙлы телем!
Мәңге балҡып йәшә донъяла!
Һин булғанда илем, халҡым йәшәй,
Киләсәккә төплө юл ала.
Бүләктәрҙе 21 мартҡа тиклем Цюрупы 17 йорт, 6 этаж, 3 кабинеттан килеп алығыҙ. Алдан +73472465824 телефон һандары буйынса шылтыратып, иҫкәртеүегеҙ һорала.