Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлабыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды коллективы исеменән һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлабыҙ! 2022 йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын. Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен!

Яңы – 2022 йылды иртәнге көнгә ышаныс, өмөт менән ҡаршылайыҡ. Яңы йыл менән!

#БашФонд#Башкортостан